МИЧУРИН Вениамин Николаевич (7.4.1965, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол ҡсб), спортсы. Дзюдо б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (1999). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1995). Һуҡырҙар йәмғиәте уҡыу‑производство пр‑тиеһы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө; тренерҙары В.А.Пегов, С.А.Тарасов). Паралимпия уйындарының көмөш (1992, 2000) һәм бронза (1996) призёры. Донъя (1990, 1993, 1995), Европа (1991, 1993, 1995, 1997, 1999, 2001), СССР (1987—91), БДБ (1992) һәм Рәсәй (1993—2003) чемп., шәхси зачётта Литвалағы (Вильнюс, 2000) халыҡ‑ара турнир еңеүсеһе, күреү б‑са инвалидтар араһында команда зачётында Европа чемп. (2001), Европа чемпионаттарының көмөш призёры (1995, 1997), донъя чемпионатының бронза призёры (2002). СССР (1990 й. алып), БДБ (1992), Рәсәй (1993—2006) йыйылма командалары ағзаһы. 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2002) орд. миҙалы, Салауат Юлаев (2000) орд. м‑н бүләкләнгән. 

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке