МИХАЛЁВ Сергей Михайлович (5.10.1947, Силәбе өлк. Шершни ҡсб — 21.4.2015, Мәскәү—Силәбе автомобиль юлының 1599‑сы км, Тольятти ҡ. ерләнгән), тренер. РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры, шайбалы хоккей б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1974). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2007). БАХИ‑ны (1974), Үҙәк физик культура ин‑тының Юғары тренерҙар мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1979). “Трактор” (Силәбе ҡ.) спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе. Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы командаһында уйнай (1970— 74, 1975—77); 1979 й. алып тренер, 1987 й. алып ш. уҡ клубтың баш тренеры, 1990 й. башлап “Лада” (Тольятти) командаһы тренеры, 1999 й. алып “Северсталь” (Череповец ҡ.), 2005— 09 йй. һәм 2011 й. — “Салауат Юлаев” хоккей клубының баш тренеры, 2010— 11 йй. “Лада” командаһының спорт дир., 2013—15 йй. ген. менеджеры; бер үк ваҡытта СССР-ҙың (1989, 1991) студенттар йыйылма командаһы тренеры, үҫмерҙәр (2000) һәм үҫмер спортсылар (2005—06) Рәсәй йыйылма командаларының баш тренеры. М. етәкс. “Салауат Юлаев” хоккей клубы Рәсәй чемп. була (2008). Тәрбиәләнеүселәре араһында 60‑тан ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы (1996), “Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. (2008) м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Тренер золотой мечты. М., 2008. 

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.