МИХАЙЛОВ Александр Викторович (6.10.1970, Волгоград ҡ.), спортсы. Фристайл б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1994). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1999). 1994—2003 йй. тау саңғыһы спорты б‑са СДЮШОР, бер үк ваҡытта 1997—2002 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе (Өфө, тренеры Л.П.Финк) өсөн сығыш яһай. Донъя (1998) һәм Европа (2001) кубогы этаптары еңеүсеһе, Рәсәй чемп. (1997— 99), Рәсәй кубогын яулаусы (2000), Рәсәй чемпионатының көмөш һәм Европа кубогының бронза призёры (икеһе лә — 2001). Көньяҡ Кореяла халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе (1997). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1998). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1992—2002).

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке