МИХАЙЛОВ Александр Алексеевич [18.2.1894, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫке Семёнкин а. (БР‑ҙың Бәләбәй р-ны) — 12.2.1977, Өфө], педагог, юрист. БАССР‑ҙың Хеҙмәт Геройы (1924). Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1947). 1912— 16 йй. Йәрмәкәй урыҫ-башҡ. уч‑щеһында, 1918 й. алып Иҫке Семёнкин мәктәбендә уҡыта. 1919 й. башлап Бәләбәй кантонында судья, 1926 й. — Бәләбәй кантоны б‑са Башҡ‑н баш судының судьяһы, вәкиле. 1930— 41 йй. Башкоопхлебсоюзда, Башхлебживсоюзда, “Центрзаготзерно” Бөтә Союз берекмәһенең Башҡ‑н контораһында эшләй. 1947—54 йй. БАХИ‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта 1952—54 йй. Дәүләт арбитражында эшләй. Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән (1946).

И.Г.Тарасов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.