МИФТАХОВ Сәғит Мифтах улы [10.1.1907, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡыҙылъяр а. (БР‑ҙың Нуриман р‑ны) — 1942, февр.], драматург. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Көнсығыш хеҙмәтсәндәре коммунистик ун‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1929) 2‑се баҫҡыс Башҡ‑н өлкә совет партия мәктәбенең (Өфө) уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире; 1930 й. алып Башҡ. сәнғәт техникумы дир. (Өфө), ВКП(б)‑ның Баймаҡ район ком‑ты бүлеге мөдире, “Ҡыҙыл Баймаҡ” (ҡара: “Баймакский вестник”) гәз. яуаплы мөхәррире; 1932 й. — Башҡ. коммунистик ун‑тында (Өфө) уҡыта, киске бүлек мөдире була, “Башцветметзолото” тресының сектор нач.; 1935 й. башлап БАДТ директоры. Фронтта һәләк була. 30‑сы йй. драматургияһында М. ижады ҙур урын алып тора. Әҫәрҙәре йәшәгән заманды үткер тойоу, ысынбарлыҡтың яңы күренештәрен һүрәтләй белеү, кешенең төп соц. тенденцияларының ғаилә‑көнкүреш мөнәсәбәттәре һәм рухи тормошо м‑н бәйләнешен асыу м‑н характерлы. Коллективлаштырыу т‑дағы “Һаҡмар” (БДОБТ‑ла драма б‑са ш. уҡ исемле опера ҡуйыла), “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт” дилогияһы, алтын приискылары эшселәренең тормошо т‑дағы “Зимагорҙар”, дини хөрәфәттәр т‑дағы “Күктән төшкән Хөрәйрә” гротеск комедия авторы. Яҙыусының драмалары БР театрҙарында ҡуйыла. “Аҡбуҙат” операһы либреттоһы авторы. Н.Ф.Погодин, В.М.Эльтон әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. Өфөлә М. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған һәм уның исеме м‑н урам аталған, ш. уҡ Баймаҡ ҡ., Нуриман р‑нының Ҡыҙылъяр а. һәм Яңы Күл а. урамдары М. исемен йөрөтә. Уның ис. премия булдырылған.

Х е ҙ м.: ПьПьесалар. Өфө, 1956; Пьесалар. Өфө, 1976.

Әҙәб.: Г а й н у л л и н М.Ф. Драматургия С.Мифтахова. Уфа, 1959. Р.Б.Әхмәҙиев

Р.Б.Әхмәҙиев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке