МИФТАХОВ Риф Фәйзрахман улы (17.9.1939, БАССР‑ҙың Ишембай р‑ны Кинйәбулат а.), шағир. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1990). Журналистар союзы (1970), Яҙыусылар союзы (1976), Кинематографсылар союзы (1997) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1967). 1968 й. алып Башҡ‑н китап нәшриәте, 1974 й. — “Совет Башҡортостаны” гәз. хеҙм‑ре, 1978 й. — “Башҡортостан ҡыҙы” ж. баш мөхәррир урынбаҫары, 1980—83 йй. Респ. халыҡ ижады һәм мәҙәни ағартыу эштәре фәнни‑методик үҙәгенең бүлек мөдире, 1984 й. БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑ты, 1985 й. алып “Ағиҙел” ж., 1990 й. – “Һәнәк” ж. хеҙм‑ре. “Өскөл хаттар” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1972 й. сыға. “Тормош ағасы” (1974), “Уртаҡлашыр серҙәр” (1979) шиғри йыйынтыҡтары, “Күҙ йәштәре” (1992), “Ғишыҡ тотоу — ут йотоу” (2006) һ.б. проза әҫәрҙәре йыйынтығы авторы. А.А.Блок, Е.А.Евтушенко, М.В.Исаковский, Д.Н.Кугультинов, М.Д.Львов һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. Әҫәрҙәре белорус, сыуаш, төрөк, удмурт, урыҫ һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Уның шиғырҙарына комп. М.М.Ғиләжев, Н.Ә.Дауытов, Р.Р.Йыһанов йырҙар ижад иткән. Ул Р.С.Назаровтың әҙәби мираҫын өйрәнеү м‑н шөғөлләнә. Ғәлимйән Ибраһимов ис. пр. лауреаты (2002).

Әҫәрҙ.: Батыр егет — ил күрке: шиғырҙар, поэма. Өфө, 1986; Арғымаҡ сапһын оҙаҡ: шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 2009; Простое чудо: стихи. М., 1983.

Әҙәб.: Сөләймәнов Ә. Йондоҙҙарҙан шағир йылынған: Риф Мифтаховтың ижади портреты. Өфө, 2003.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке