МИРХӘЙҘӘРОВ Илсен Мөғәлләм улы (9.8.1936, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Асҡар а. — 5.6.2009, шунда уҡ), ҡумыҙсы. 1963 й. алып почта хеҙм‑ре, 1979 й. — май заводында эшләй, 1990—96 йй. үҙәк район дауаханаһында баш табиптың иҡтисад б‑са урынбаҫары (бөтәһе лә — Асҡар). Мирхәйҙәровтың башҡарыу оҫталығына виртуозлыҡ, импровизациялыҡ хас була. Ағас һырлау оҫтаһы, халыҡ музыка ҡоралы — думбыра эшләү м‑н шөғөлләнгән. Репертуарында “Ҡара юрға”, “Порт‑Артур” башҡ. халыҡ йырҙарының инструменталь варианттары, “Утыҙ ике ҡыҙ”, “Салауат батыр” бәйеттәре, “Хан ҡыҙы” әйтеше, ш. уҡ үҙенең “Башҡорт яугирҙары”, “Эй, Әбйәлил” һ.б. бәйеттәре. Рәсәй, Австрия, Испания, Нидерланд, Португалия буйлап гастролдәрҙә була. Й.Иҫәнбаев ис. призға Респ. халыҡ башҡарыусылары конкурсы (Хәйбулла р‑ны Аҡъяр а., 1988), Халыҡ-ара инвалидтар сәнғәте һәм спорты фестивале (Белорет ҡ., 2005) лауреаты; халыҡ-ара донъя халыҡтары варгансылары (ҡумыҙсылар) (Яҡут, 1991), төрки халыҡтары (Мәскәү, 1997) фестивалдәре, йыраусылар конкурсы (Ҡыҙыл Урҙа ҡ., Ҡаҙағстан, 2005), “Еңеү яҙы” (“Весна Победы”) Респ. халыҡ ижады фестивале (Өфө, 1995) дипломанты. К.Ә.Әхмәтйәнов ис. пр. лауреаты (2001).

Ю.И.Ғәйнетдинов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.