АҠТУҒАН, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Иҫке Йәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 48 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 519 кеше; 1920 — 529; 1939 — 435; 1959 — 450; 1989 — 299; 2002 — 356; 2010 — 326 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, клуб бар.

Ауылға Уҫы даруғаһында мариҙар нигеҙ һала, 1694 й. билдәле. 1795 й. 248 кеше йәшәгән, 1865 й. 123 йортта — 560 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. шарап кибете теркәлгән.

В.А.Акиев

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.