МИРХАЗОВ Ғилемхан Ғилемйән улы [15.9.1925, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Шишмә-Борай а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) — 2.11.1973, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], бейеүҙәр ҡуйыусы. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1965), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БДУ‑ны тамамлаған (1959). 1941—43 йй. һәм 1945—48 йй. Борай колхоз‑совхоз театры актёры, 1949—73 йй. 2‑се Борай урта мәктәбендә уҡыта. “Дуҫлыҡ” бейеү ансамбленең ойоштороусыһы һәм етәксеһе. 120‑нән ашыу күмәк бейеү ҡуя: “Борай йәштәре бейеүе”, “Борай лирик бейеүе”, “Борай биҙәктәре”, “Аҡҡоштар”, “Йәш йөрәктәр”, “Беҙ — Борай егеттәре”, “Һандуғас” һ.б. Республика йәштәр фестивале (Өфө, 1957), Бөтә Рәсәй ауыл үҙешмәкәр сәнғәт смотры (Мәскәү, 1967) лауреаты. 3‑сө дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән (1946). 

Тәрж.Р.Р.Абдрахманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.