МИРОПИЕВ Михаил Алексеевич (1852 — 8.12.1919), педагог‑мәғрифәтсе. Дини тәғлимәт канд. (1878). Н.И.Ильминский идеялары яҡлы була. Ҡазан дини акад. тамамлаған (1878). 1879 й. алып Төркөстан башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар семинарияһы (Ташкент) уҡытыусыһы, 1888 й. — дир., бер үк ваҡытта Һырдаръя өлк. халыҡ уч‑щелары инспекторы. 1909—17 йй. Ырымбур уҡыу‑уҡытыу округының округ инспекторы. Башҡа милләттәр өсөн__мәктәптәрҙә урыҫ телен уҡытыуҙы камиллаштырыу һәм уҡыусыларҙың туған телен файҙаланыу өсөн сығыш яһай. Башҡа милләттәргә белем биреү б‑са, ш. иҫ. “Урыҫ булмаған милләттәрҙең хәле тураһында” (1901), “Милли башланғыстарҙағы урыҫ мәктәбен нигеҙләү зарурлығы тураһында” (1909), “Н.И. Ильминскийҙың башҡа милләттәргә белем биреү системаһының асылы” (1915) тигән хеҙмәттәр авторы. Көнсығыш Рәсәй мәҙәниағартыу йәмғиәтен ойоштороу инициаторҙарының береһе. “Вестник Оренбургского учебного округа” ж. мөхәррире (1912 й. алып). Репрессиялана (1919), атыла. 1993 й. аҡлана.

М.Н.Фархшатов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке