МИРОНОВ Павел Миронович (3.11.1861, Сембер губ. Яңы Ильмовый Куст а. — 20.9.1921, Өфө), педагог, мәғрифәтсе. Действительный статский советник (1912). Ырымбур уҡытыусылар ин‑тын тамамлағандан һуң (1884) Ырымбур ҡала 3 класлы уч‑щеһы, 1882 й. алып 1‑се Өфө ҡала 4 класлы уч‑щеһы (1901 й. башлап уҡытыусы- инспектор), бер үк ваҡытта 1893— 1905 йй. Мариин ҡыҙ балалар гимназияһы уҡытыусыһы, 1907—12 йй. Урал өлк. халыҡ училищелары инспекторы. 1918 й. башлап Өфө сыуаш уҡытыусылар семинарияһы (ҡара: Урал яны сыуаш педагогия техникумы) мөдире. Ҡала училищелары өсөн арифметика һәм геом. б‑са 10‑дан ашыу дәреслек һәм уҡытыу- методик әсбап авторы. 4‑се дәрәжә Изге Владимир (1913), 2‑се (1910) һәм 3‑сө (1903) дәрәжә Изге Анна, 2‑се (1906) һәм 3‑сө (1896) дәрәжә Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә ул эшләгән, элекке 1‑се ҡала училищеһы (Пушкин урамы, 110) бинаһында урынлашҡан Сыуаш йәкшәмбе мәктәбенә М. исеме бирелгән, ошо уҡ бинаға М. м‑н И.Я.Яковлевтың осрашыуына арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Х е ҙ м.: Приготовительный курс геометрии. Самара, 1890; Арифметика. Уфа, 1900.

Әҙәб.: И в а н о в - Е х в е т А. Музы ищут приют. Чебоксары, 1987; Сердцу близкие имена /сост. А.А.Кондратьев. Уфа, 1996; А л е к с а н д р о в Г. Чувашская интеллигенция: истоки. Чебоксары, 1997. 

 И.Г.Тарасов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.