• Печать

МИРОНОВ Вадим Николаевич (7.1.1929, Белорет ҡ. — 20.7.1979, Силәбе ҡ.), шағир, тәржемәсе. СССР Яҙыусылар союзы эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы тамамлаған (Мәскәү, 1957). 1949 й. алып “Белорецкий рабочий”, 1966 й. — “Магнитогорский рабочий” (“Магнитогорск эшсеһе”), 1970 й. — “Челябинский металлург” (“Силәбе металлургы”) гәз. хеҙм‑ре, 1973—79 йй. СССР Яҙыусылар союзының Силәбе пропаганда бюроһы директоры. “Тыуған яғымда” (“В родном краю”) исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1952 й. сыға. “Юлда” (“В пути”; 1956), “Йөрәк саҡыра” (“Сердце зовёт”; 1959), “Ҡул ҡыҫышыу” (“Рукопожатье”; 1976) шиғырҙар йыйынтыҡтарының төп темаһы — тыуған ергә һөйөү, тормош, кеше яҙмыштары т‑да уйланыуҙар. Ҡ.Даян, Р.Н.Шәғәлиев һ.б. әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән.

Ә ҫ ә р ҙ.: Верю тебе, человек: стихи. Уфа, 1965. 

Тәрж. Ф.С.Фазылова

Текст на русском языке