МИРОНЕНКО Иван Иванович (20.6. 1915, Дон ғәскәре өлк. Долотиновка утары — 30.10.1989, Өфө), архитектор. РСФСР‑ҙың атҡ. архитекторы (1974). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1940 й. алып). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (1940) “Башпроект” тресы архитекторы, 1945 й. алып “Башнефтепроект” ин‑тының өлкән инженеры, баш архитектор урынбаҫары, 1949—56 йй. Өфөнөң баш архитекторы, 1958 й. башлап Башҡ‑н ХХС‑ының коммуналь төҙөлөш бүлегендә өлкән инженер, 1962 й. — БАССР МС‑ының Төҙөлөш һәм архитектура эштәре идаралығы начальнигы. 1966—68 йй. БАССР Архитекторҙар союзы идараһы рәйесе. Респ. ҡалаларының һәм район үҙәктәренең яңы ген. пландарын эшләүҙә һәм иҫкеләренә төҙәтмәләр индереүҙә, Өфөнө ентекләп планлаштырыу проектында ҡатнаша. Ишембай, Октябрьский ҡҡ. торлаҡ һәм Октябрьскийҙа йәмәғәт биналары проекттары авторы. Ҡыҙыл Байраҡ (1941), Ҡыҙыл Йондоҙ (1942) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә М. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Д о н г у з о в К.А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1998. Б.Ф.Любимов Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Б.Ф.Любимов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.