МИРОЛЮБОВ Сергей Серафимович (20.3.1949, Октябрьский ҡ.), композитор. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1981). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1983). С.Н.Миролюбовтың улы. ӨАИ‑ла (1965—69) һәм Өфө сәнғәт уч‑щеһында (1970— 75) уҡыған. 1973 й. алып Өфө циркының концертмейстеры, 1975 й. — оркестр артисы, 1996 й. баш дирижёры, 1977—84 йй. Башҡ. ҡурсаҡ театрының, 1989 й. алып Йәш тамашасы театрының (ҡара: Милли Йәштәр театры), 1990—92 йй. Мәскәү “Эрмитаж” театрының музыка бүлеге мөдире, 1998 й. “Мираҫ” бейеү фольклор ансамбле музыканты, 2000— 03 йй. “Маска” балалар ижады театр үҙәгендә уҡыта, 2006—07 йй. Ҡала мәҙәниәт һарайы оркестры (бөтәһе лә — Өфө) артисы. М. сәнғәтенә муз. образдарҙың сағыу һәм тәрән, көйөндә тәьҫирле көс булыуы, бай гармония, инструментовкалау оҫталығы хас. Әҫәрҙәре араһында инструменталь пьесалар, йырҙар, бейеү сюиталары һ.б. бар. 200‑ҙән ашыу театраль постановкаларға, ш. иҫ. Ҡурсаҡ театры [С.Т.Айытматовтың “Аҡ пароход” (“Белый пароход”) повесы б‑са А.Б.Барановтың ш. уҡ исемле спектакле, 1977; «“Өйрәк бәпкәләре өйө” сере » — «Тайна “Дома утят”», У.Дюла, 1979; М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Барановтың “Ғәлимә” — “Галима” спектакле, 1980], Башҡорт драма театры, “Нур” театры, Урыҫ драма театры, Сибай башҡорт драма театры спектаклдәренә; Өфө циркы номерҙарына, театрлаштырылған тамашалар, концерттарға, ш. иҫ. 1‑се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)] сиктәрендә үткәрелгән концертҡа, музыка авторы. Мәскәүҙең “Тылсымлы лампа” (“Волшебная лампа”) балалар китабы театры, Вологда, Ижевск, Йошкар-Ола, Калининград, Смоленск, Силәбе, Элиста һ.б. ҡалаларҙың ҡурсаҡ театрҙары спектаклдәрен муз. яҡтан биҙәй. Бөтә Рәсәй совет йырҙарын башҡарыусылар конкурсы дипломанты (Сочи ҡ., 1989).

Х е ҙ м.: Светофор: иллюстрированный сборник песен для детей, пропагандирующий ПДД. Уфа, 1988 (авторҙ.). 

А.Ә.Балғажина, Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.