“МИР КИНО” (“Кино донъяһы”), кинотеатр. Бәләбәй ҡ. урынлашҡан. 1989 й. “Мир” булараҡ асыла, 2012 й. хәҙ. исемен ала. 150‑шәр урынлыҡ 2 кино залы (2012 й. уларҙың береһендә 3D ҡорамалы ҡуйылған), фойеһы, 2 киноаппарат бүлмәһе бар. 2012 й. 3015‑тән ашыу киносеанс үткәрелгән (яҡынса 25 мең тамашасы). “М.к.” кинотеатрында “Үҫмер һәм закон”, “Светофор”, “Йәш янғын һүндереүсе” кинолекторийҙары, “Малышок” кино клубы эшләй; йыл һайын Халыҡ‑ара Аксаков байрамы һәм “Илһам шишмәләре” Төбәк‑ара шиғриәт фестивале сиктәрендә кино саралары һ.б. үткәрелә. Тәрж.

Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке