АҠТАШ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Ивановка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 43 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 99 км алыҫлыҡта Ташкисеү й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 89 кеше; 1959 — 169; 1989 — 165; 2002 — 158; 2010 — 140 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ивановка урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1928 й. Йылайыр кантонында ш. уҡ кантондың Бикбау, Нур, Утарбай аа. кешеләре нигеҙ һала.

Р.Ғ.Насиров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке