МИҢНУЛЛИН Роберт Мөғәллим улы (1.8.1948, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Нәжәде а.), яҙыусы, журналист. ТР‑ҙың халыҡ шағиры (2005). ТР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1993), БР‑ҙың (1998) һәм Марий Элдың (2014) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. К.М.Миңнуллиндың ағаһы. Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1973). 1966—68 йй. “Маяк” гәз. хеҙм‑ре, 1973 й. алып ТР‑ҙа эшләй: 1977 й. тиклем һәм 1986—95 йй. (баш мөхәррир) “Һабантуй” гәз., 1977 й. — “Казан утлары” ж., 1983—86 йй. ТАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑тының художестволы тапшырыуҙарының баш мөхәррире; 1995 й. алып ТР‑ҙың Дәүләт советында: Мәҙәниәт һәм милли мәсьәләләр б‑са комиссия рәйесе; 2000 й. — ТР закондарының татар һәм урыҫ телдәрендәге текстарының оҡшашлығын раҫлау б‑са комиссия рәйесе урынбаҫары; 2004—14 йй. рәйесе. “Бәхетле булығыҙ” исемле тәүге китабы 1976 й. сыға. М. лирикаһына күңел күтәренкелеге, нескә юмор хас. “Әсәйемдең сал сәстәре” (1986), “Күңел болоҡһоғанда” (2004) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар, балалар өсөн яҙылған “Күстәнәс” (1995), “Хәрефтәр байрамы” (1997) һ.б. китаптар авторы. “Ҡәҙерле яҡташтарым минең!” (2013) китабы, “Мин һағындым һеҙҙе, ауылдаштар”, “Илеш һабантуйы”, “Малаяҙҙа Салауат Юлаев музейында” һ.б. шиғырҙары (бөтәһе лә — татар телендә) Башҡортостанға арналған. Татар балалар фонды рәйесе (1988—95), “Талбишек” әҙәбиәтте һәм сәнғәтте яҡлау фонды дир. (2008 й. алып), Бөтә Рәсәй “Татар ғаиләһе” фонды рәйесе (2012 й. алып). ТР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш, ТР Дәүләт советының 1—4‑се саҡырылыш депутаты. “Донъялағы иң ҙур алма” (1992) шиғырҙар китабы ЮНЕСКО эргәһендәге Х.К. Андерсен ис. Халыҡ‑ара балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар советының Почётлы дипломына лайыҡ була (1994). ТР‑ҙың Ғ.Туҡай ис. Дәүләт пр. (1998), М.Йәлил (1982), А.Алиш (1997), Ф.Кәрим (2002), Г.Локке (2007), Н.Нәжми (2011), Ҡ.Насыри (2011) ис. пр. лауреаты. Халыҡтар Дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (2013).

Ә ҫ ә р ҙ.: Мин һине яратам: шиғырҙар, йырҙар. Өфө, 2008 ; Уфа—Казан юллары: шигырьләр, эпиграммалар. Казан, 1998; Әсәрләр: 7 томда. Казан, 2007.

Әҙәб.: Н ә ж м и Н. Күңел сәхифәләре. Өфө, 1999; Ар‑Серги В. Путешествие с поэтом Робертом Миннуллиным из Казани в Уфу и обратно. Казань, 2008; С а р г и н Р. Лирика Роберта Миннуллина. Казань, 2012. 

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.