МИҢНУЛЛИН Ким Мөғәллим улы (4.1.1959, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Шәммәт а.), әҙәбиәт белгесе, фольклорсы. ТР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2008), филол. ф. д‑ры (2002), проф. (2006). ТР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2008). Р.М.Миңнуллиндың ҡустыһы. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1985) Ҡазанда эшләй: 1988 й. алып ТР ФА‑ның Тел, әҙәбиәт һәм тарих ин‑тында, 1996 й. — ТР‑ҙың Министрҙар Кабинетында (1999 й. алып бүлек нач.), 2006 й. — ТР ФА‑ның Тел, әҙәбиәт һәм тарих ин‑тында директор. Фәнни эшмәкәрлеге татар йыр поэзияһын, татар фольклорының поэтикаһын һәм типологияһын өйрәнеүгә бәйле. Байтаҡ эштәре милли тел мөнәсәбәттәре теорияһы һәм практикаһы мәсьәләләренә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Басма сүз һәм татар җырлары. Казан, 2000; Һәр чорның үз җыры. Казан, 2003; Тел язмышы — халык язмышы. Казан, 2008 (авторҙ.). 

 Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке