МИНҺАЖЕВ Ғ. ИСЕМЕНДӘГЕ ҠЫЙҒЫ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ, Ҡ ы й ғ ы р а й о н м ә ҙ ә н и ә т й о р т о н о ң М и н һ а ж е в Ғ . и с е м е н д ә г е б а ш ҡ о р т х а л ы ҡ т е а т р ы. Ҡыйғы р‑ны Үрге Ҡыйғы а. урынлашҡан. 1934 й. колхоз‑совхоз театры булараҡ ойошторола, 1959 й. хәҙ. һәм “халыҡ” исемен йөрөтә, 1997 й. Ғ.М.Минһажев исеме бирелә. Тәүге сәхнәләштергән әҫәре — Ҡ.Даяндың “Таңсулпан” пьесаһы. 150‑нән ашыу спектакль ҡуйыла: “Башмағым”, И.Ә.Абдуллиндың “Эх, Өфө ҡыҙҙары!”, Ә.Ҡ.Атнабаевтың “Ул ҡайтты”, Б.Бикбайҙың “Ҡарлуғас”, Н.Ғәйетбайҙың “Аты барҙың дәрте бар”, М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау” һ.б. Коллектив составында Ә.Х. Арыҫланова, Ш.Ф. һәм Г.Ғ. Ахуновтар, А.А.Ғибәҙуллин, В.З.Зиннәтуллин, М.Б.Мөхәмәтйәнова, Р.Ғ. Саливанова, С.И.Самиҡова, Ф.Д. Саҙретдинова, А.Х.Таһиров, Э.Х.Теләүғолова, В.Ә.Ураҙгилдин, А.А.Фәйзуллин, Ә.М.Фәтҡуллина, А.Р.Хәйруллина, Р.Ф.Хәсәнова, И.Х.Әхмәҙуллин. Спектаклдәрҙе БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре И.И.Ибраһимов (1‑се художество етәксеһе), БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Р.А.Ҡотопов, Р.С. Самиҡов һ.б. сәхнәгә ҡуя; сәхнәне художестволы биҙәүселәр: БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Е.А.Белоусов, К.Г.Ғәйфуллин; муз. яҡтан биҙәүсе — БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре С.А.Яруллин. Бөтә Рәсәй ауыл драма коллективтары (Ырымбур ҡ., 1964, 1967), халыҡ театрҙары (Чебоксар ҡ., 1969), ауыл үҙешмәкәр сәнғәт (Өфө, 1972) смотрҙары, бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт ижады (Өфө, 1977, 1985), халыҡ ижады (Өфө, 1987) фестивалдәре, Респ. театр сәнғәте смотры (Үрге Ҡыйғы а., 1990), “Алтын тирмә” Респ. халыҡ театрҙары фестивалдәре (Миәкә р‑ны Ҡырғыҙ-Миәкә а., 1996; Яңауыл ҡ., 2005) лауреаты. Театр м‑н Ш.М.Сиражетдинова, Ғ.Ғ.Фәхриев, З.Х.Ханов, Ә.Х.Әхмәҙиев, Р.Әхмәҙиева һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Р.Р.Асҡаров

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.