МИЛЬШИНА Елена Александровна (8.5.1971, Ишембай ҡ.), спортсы. Халыҡара шашка уйындары б‑са халыҡ‑ара гроссмейстер (2007), Рәсәй гроссмейстеры (1999). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2002). Шаш- ка б‑са Профсоюздар спорт йәмғиәте ДЮСШ (Ишембай) тәрбиәлә- неүсеһе, 1997—2004 йй. Уҡыу‑кү‑ некмәләр үҙәге №464, бер үк ваҡытта 1999—2004 йй. — “Башнефть” шашка клубы өсөн сығыш яһай (тренерҙары В.И.Мильшин, Ю.В.Черток). Классик программа б‑са Рәсәй чемп. (1994—95, 2001, 2014), Европа (2001, 2004) һәм Рәсәй чем- пионаттарының көмөш призёры (2004, 2007, 2009), Донъя кубогының бронза призёры (2011), Европа (2002) һәм Рәсәй (1995, 2003, 2012—13) чемпионаттарының бронза призёры; блиц б‑са Рәсәй чемп. (1998, 2005, 2013), донъя чемпионатының көмөш при- зёры (2007), Рәсәй чемпионаттары- ның көмөш (2003, 2006—07) һәм бронза (2000, 2009—10) призёры; тиҙ программа б‑са Рәсәй чемп. (1998, 2002, 2006, 2009), Рәсәй чем- пионаттарының көмөш (2000, 2003, 2008) һәм бронза (1996) призёры. Клубтар араһында Европа шашка конфедерацияһы кубогын яулаусы (2002). Үҫмер спортсылар араһында донъя чемп. (1989). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1994 й. алып). 

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.