МИЛЬШИН Владимир Иванович (26.5.1965, Харьков ҡ.), спортсы. Халыҡ‑ара шашка уйындары б‑са халыҡ‑ара гроссмейстер (1994), Рәсәй гроссмейстеры (2000). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2002). Шашка клубы тәрбиәләнеүсеһе (Харьков; тренеры А.Я.Вирный), 1999—2005 йй. “Башнефть” шашка клубы өсөн сығыш яһай (тренеры Ю.В.Черток). Классик программа б‑са РСФСР (1988) һәм СССР Хәрби көстәре (1983—92) чемп., Рәсәй чемпионатының көмөш (2012) һәм бронза (1996, 1998—2000) призёры; блиц б‑са Рәсәй чемпионатының көмөш (1997, 2001, 2011) һәм бронза (2008) призёры; тиҙ программа б‑са Рәсәй чемпионатының көмөш (2002) һәм бронза (1998—2000, 2010, 2012) призёры. Команда зачётында донъя (2000) һәм клубтар араһында Европа (2000—01) чемпионы. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1998 й. алып). 

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.