“МИЛЫЙ МОЙ ХОРОВОД”, Аксаков С.Т. исемендәге баҡсаның (Өфө) урыҫ йыры ансамбле. 1980 й. “Прогресс” Башҡ‑н етештереү берекмәһенең мәҙәниәт һарайында ойошторола, 1992 й. хәҙ. статусын ала. 1990 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарҙа урыҫ халыҡ — “Һылыуҡай — бөҙрә сәс” (“Красна девица вила кудёрышки”), “Әйлән-бәйлән” (“Милый мой хоровод”), “Һылыу, йәш егет” (“Хорошенький, молоденький”), туй — “Виноград сәскә ата” (“Виноград в саду цветёт”), “Йәш ҡыҙҙы сит яҡҡа биргәндәр” (“Отдавали молоду во чужую сторону”), йола — “Ой, коляда, коляда”, “Раштыуа колядаһы” (“Пришла коляда накануне Рождества”), байрам “Масленицаны көткәндә” (“А мы Масленицу дожи- даем”), “Киң Масленица” (“Широкая Масленица”) йырҙары; ватан комп. йырҙары. Төбәк-ара урыҫ йыры һәм таҡмағы байрамы (Яңы Балаҡа- тай а., 2005, 2007; Ямаш а., 2009; икеһе лә — Балаҡатай р‑ны), “Ағиҙел йондоҙҙары” (“Звёзды Белоречья”; Белорет ҡ., 2006, 2010, 2013) Респ. фестиваль-конкурсы һ.б. лауреаты. Ойоштороусыһы һәм художество етәксеһе — Н.Н.Иҡсанова.

   Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке