МИЛЛИ ҺӘМ ХАЛЫҠ СПОРТЫ УЙЫНДАРЫ ФЕСТИВАЛЕ. Республика фестивале 1994 й. алып Өфөлә йыл һайын Башҡортостан Республикаһы Көндәре хөрмәтенә үткәрелә. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы. Фестиваль сиктәрендә армспорт, гер спорты, көрәш б‑са ярыштар үтә. Унда БР‑ҙың төрлө ҡала һәм райондарынан йыйылма командалар, РФ‑тың башҡа төбәктәренән спортсылар ҡатнаша.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.