МИЛЛИ МУЗЕЙ. Өфөлә урынлашҡан. 1864 й. Өфө губ. музейы булараҡ ойошторола, 1919 й. алып Көнсығыш халыҡтарының Өфө тарихи‑ижтимағи музейы, 1921 й. — Көньяҡ Урал буйы музейы, 1923 й. — Башҡортостан үҙәк тыуған яҡ музейы, 1934 й. — Башҡортостан үҙәк тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 1946 й. — БАССР‑ҙың Үҙәк тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 1947 й. — БАССР‑ҙың Дәүләт тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 1958 й. — БАССР‑ҙың Республика тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 1984 й. — Башҡортостан дәүләт берләштерелгән музейы, 1993 й. — Башҡортостан Республикаһының милли музейы. 9 филиалы бар: С.Т.Аксаков мемориаль йорт‑музейы, Аксаковтар ғаиләһе музейы (ҡара: Аксаков музейы), Вәлиди Ә.‑З. музейы, Дүртөйлө музейы, Салауат Юлаев музейы, Темәс музейы, Туймазы музейы, Хоҙайбирҙин Ш.Ә. йорт-музейы, Әбйәлил музейы. Музейҙы ойоштороуҙа К.А.Бух, В.И.Власов, Н.А.Гурвич, А.Б.Иваницкий, А.А.Пекер һ.б. ҡатнаша. Тәүге коллекцияларҙың төп өлөшөн урындағы сәнәғәт продукцияһы өлгөләре, нумизматика, энтомология, ботаника, зоология һәм тарих‑археология экспонаттары тәшкил итә. Му__зейҙы яңы экспонаттар м‑н тулыландырыуҙа Төркөстанға 1‑се этнографик экспедиция (1920) ҙур роль уйнай. 1926 й. музей геология, зоология, тарих‑археология, көнсығыш һәм составында татар, урыҫ, сыуаш халыҡтарының мәҙәниәтенә бағышланған бүлексәләре булған этнография бүлектәренән тора. 1937 й. тәбиғәткә, төбәкте колониялаштырыуға арналған бүлектәр барлыҡҡа килә. 30‑сы йй. башында музей коллективы тематик күргәҙмәләр ойоштора башлай (1933 й. — 4, 1938 й. — 29). Экспонаттар мәҙәниәт һәм ял итеү парктарында ла күргәҙмәгә ҡуйыла, төп иғтибар тарихи‑революцион тематикаға арналған предметтарҙы күрһәтеүгә бүленә, соц. төҙөлөштөң уңыштары пропагандалана. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында экспозиция ваҡытлыса ябылып тора, коллекциялар ҡулайлаштырылмаған урындарҙа һаҡлана, һөҙөмтәлә экспонаттарҙың яртыһынан күбеһе юғалтыла. 1947 й. музей ҡабаттан асыла. 50—60‑сы йй. экспонаттарҙы йыйыу эше яңынан башлана, музей экспозицияһы тулыһынса үҙгәртеп ҡорола; 70‑се йй. аҙ. М.м. Башҡортостандағы музей эше үҙәгенә әүерелә. Музей фондында 130 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге (2015) бар. Археологик коллекцияға Һары ҡәберлегенән табылған көҙгө, Ғүмәр ҡәберлегенән болан рәүешендәге алтын өҫтәмәләр, Бахмут ҡәберлеге, Яңы Турбаҫлы ҡурғандары, Ҡараяҡуп ҡаласығы табылдыҡтары; этнографик коллекцияға — ҡатын‑ҡыҙҙар һәм ир‑егеттәр милли кейеме, башҡорттарҙың (ҡара: Башҡорт кейеме) һәм Башҡортостандың башҡа халыҡтарының традицион биҙәүестәре, ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы, һунарсы ҡорал-ҡорамалдары, йорт йыһазы; тәбиғи тарихтыҡына “Ҡыҙыл асҡыс” метеориты, урал йәшмәһе, имеҙеүселәрҙең һөйәктәре һ.б. инә. Фондтың байтаҡ өлөшөн һирәк осрай торған китаптар, фото‑ һәм документаль материалдар, ш. иҫ. Г.В.Вахрушев м‑н М.И.Өмөтбаев әйберҙәре, тәшкил итә. Һынлы сәнғәт коллекцияһында Д.Д.Бурлюк, Ҡ.С.Дәүләткилдеев, Б.Ф.Домашников, Р.М.Нурмөхәмәтов һ.б. башҡорт рәссамдарының эштәре урын алған. Нумизматик коллекцияның төп өлөшөн Рәсәйҙең 16—20 бб. көмөш һәм баҡыр тәңкәләре тәшкил итә, ш. уҡ Европа, Азия, Африка һәм Америка илдәре тәңкәләре коллекцияһы бар. Күп илдәрҙең 17—20 бб. һалҡын һәм атыу ҡоралдары йыйылмаһы төрлөлөгө м‑н айырыла. Троица сиркәүе йылъяҙмаһы һәм легенда б‑са Салауат Юлаевтыҡы һаналған ҡылыс уникаль экспонат һанала. Музейҙа 34 экспозиция һәм күргәҙмә залы бар (2015). М.м. тыуған яҡты өйрәнеү һәм методик әҙәбиәт йыйынтыҡтары, фәнни‑ғәмәли конференция материалдары, юл күрһәткестәр, брошюралар, буклеттар, белешмәләр, информацион хаттар, афишалар һ.б. нәшер итә. Музей йыл һайын иҫтәлекле даталарға арналған респ. конкурстары, конференциялар, экологик байрамдар, китап презентациялары, тематик семинарҙар һәм лекциялар, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең съездарын, ветерандар м‑н осрашыуҙар үткәрә. М.м. м‑н Р.Б.Әхмәров, Вахрушев, Ғ.Ф.Вилданов, М.И.Касьянов, З.Ш.Шакиров һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Музей бинаһы — тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы, 20 б. башына ҡараған ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы (ҡара: Крәҫтиән ер банкыһы). 

Ғ.Ф.Вәлиуллин

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.