МИЛЛИ МӘКТӘПТӘР, уҡыусыларҙың туған телендә белем биреүҙе тормошҡа ашырған дөйөм белем биреү уҡыу йорттары. Башҡортостанда 1917 й. тиклем урыҫ булмаған халыҡтар өсөн башҡа милләттәр өсөн мәктәптәр, миссионер мәктәптәре, мәктәптәр, мәҙрәсәләр һ.б. эшләй. Совет власы урынлаштырылғандан һуң милли республикаларҙа һәм өлкәләрҙә дәүләт ҡарамағындағы М.м. булдырыла башлай. РСФСР Мәғариф ХК 1918 й. 31 окт. “Милли аҙсылыҡ мәктәптәре тураһында”ғы ҡарары м‑н РСФСР‑ҙағы бөтә милләттәрҙең 2 баҫҡыслы М.м. һәм милли телдәрҙә уҡытыу алып барылған юғары мәктәптәр (урыҫ теле предмет итеп өйрәнелә) ойоштороуға хоҡуғы нығытыла. М.м. мәктәп йәшендәге балалар һаны 25‑кә еткән һәр торама пунктта асыла. Ҡатнаш составлы халыҡ йәшәгән урындарҙа күпселекте тәшкил иткән халыҡтың телендә уҡытыу ҡарала. Өфө губернаһында М.м. 1919 й. ойошторола. Тәүҙә башҡ. һәм татар мәктәптәре мәктәптәр һәм мәҙрәсәләр базаһында асыла. 20‑се йй. башында Өфө губерна халыҡ мәғарифы бүлеге эргәһендә аҙсылыҡ милләттәр бүлеге ойошторолғас, латыштар, мариҙар, мордвалар, сыуаштар һәм республиканың башҡа аҙ һанлы халыҡтары өсөн М.м. булдырыла башлай. 1925 й. БАССР‑ҙа йәшәгән бөтә милләттәр өсөн уҡытыу туған телдә алып барылған 1‑се баҫҡыс мәктәптәре асыла. 1924—25 йй. башҡ. һәм татар балаларын юғары типтағы уҡытыуға йәлеп итеү маҡсатында интернатлы 2‑се баҫҡыс 10 М.м., ш. иҫ. Өфөлә В.И.Ленин ис. респ. башҡ. мәктәбе (9 йыллыҡ; 250 уҡыусы) һәм Ф.Э.Дзержинский ис. татар мәктәбе (7 йыллыҡ; 100 уҡыусы) һәм ауыл ерендә 8 мәктәп, асыла. 1927 й. ҡарата респ. 2571 1‑се баҫҡыс мәктәбе (156 меңдән ашыу уҡыусы), ш. иҫ. 666 башҡ., 709 татар, 948 урыҫ, 90 сыуаш, 78 мари, 41 мордва, 20 удмурт мәктәбе һәм 19 башҡа милләт мәктәбе иҫәпләнә; 87 — 2‑се баҫҡыс мәктәбе була, уларҙа башҡорттар — 11,1%, урыҫтар — 60,8%, татарҙар — 19,4%, сыуаштар — 2,3%, башҡа милләттәр — 6,4% тәшкил итә. 1933 й. алып М.м. туған телдәге дәреслектәр м‑н тәьмин ителә башлай. Башҡорт телендәге уҡытыу-методик әсбаптар — Өфөлә, башҡа милләт телдәрендәгеләре тейешле республикаларҙа нәшер ителә. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты бюроһының 1938 й. 19 марттағы ҡарарына ярашлы, латыш, немец һәм эстон мәктәптәрендә уҡытыу — урыҫ телендә; мари, мордва, удмурт, сыуаш мәктәптәрендә урыҫ һәм туған телдәрҙә алып барыла. Башҡорт һәм татар мәктәптәрендә уҡытыу туған телдә була. 60‑сы йй. аҙ. 800‑гә яҡын башҡ. мәктәбе (87840 уҡыусы) иҫәпләнә. 80‑се йй. аҙ. башлап туған һәм урыҫ телендә уҡытыу алып барылған М.м. арта. БР‑ҙа М.м. 2013 й. 1 июлендәге “Мәғариф тураһында”ғы һәм 1999 й. 15 февр. “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһында” БР закондарына ярашлы эш итә. Дөйөм белем биреү учреждениеларында уҡытыу 6 телдә алып барыла, респ. милләттәрҙең тупланып йәшәгән урындарында 14 туған тел предмет булараҡ өйрәнелә. 99,3% — башҡорт, 49,6% — татар, 58,5% — сыуаш, 59,2% — мари, 57,8% удмурт уҡыусыһы туған телдә уҡый һәм уны предмет итеп өйрәнә. Республикала 989 М.м. эшләй (2013), улар араһында Аксаков гимназияһы №11, Башҡорт лицей-интернаты, Гимназия-интернат №1, Гимназия- интернат №2, лицей №136, Раевка башҡорт лицейы, Татар гимназияһы, Өфө гимназияһы №20 һ.б., шулай уҡ 17 милли йәкшәмбе мәктәбе. М.м. өсөн кадрҙар әҙерләү БДУ, БДПУ, БДУ‑ның Стәрлетамаҡ һәм Бөрө филиалдарында, пед. колледждарында алып барыла.

Әҙәб.: Л о с с и е в с к и й М. Кое-что о Башкирии и башкирах в их прошлом и настоящем. Уфа, 1903; Лукманова Х.Х. Национальная школа Башкортостана: история и перспективы. М., 2003. 

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке