МИЛЛИ ЙӘШТӘР ТЕАТРЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1989 й. Йәш тамашасы театры булараҡ ойошторола, 1995 й. БР‑ҙың Милли йәштәр театры тип үҙгәртелә, 2006 й. М.Кәрим исеме бирелә. Театр составына башҡ. һәм урыҫ труппалары инә. Театрҙың беренсе составына Театр эшмәкәрҙәре союзы ярҙамында ӨДСИ‑лә (ҡара: Сәнғәт академияһы) Ғ.Ғ.Ғиләжев тарафынан махсус уҡытылған актёрҙар курсын тамамлаусылар (З.А.Дәүләтбаева, Ф.Ғ.Ғәлиев, И.Б.Кәлимуллин, И.С.Хәби- ров һ.б.), ш. уҡ актёрҙар Ә.Ә.Абушахманов, Р.Г.Бассариев, С.А.Бу- ранбаева, Ш.И.Дилмөхәмәтова, Р.Ш.Кәримова, О.Г.Мусина, Л.Г.Никитина, Н.З.Нурғәлин, С.Ғ.Сираева, М.М.Усманов, Л.М.Әхмәтвәлиев һ.б. инә. Театрҙың тәүге спектакле — П.Высоцкий м‑н О.Колчинскаяның “Трамвайҙы кем урланы?” (“Кто украл трамвай?”) спектакле (реж. Әхмәтвәлиев). Спектаклдәрҙе В.С.Абросимов, Дж.Әбсәләмова, Е.Н.Волошин, М.Кочетков, П.Р.Мельниченко һ.б. ҡуя. Сценография Р.М.Арыҫланов, Н.Ғ.Байбурин, О.Р.Ғималетдинова, Б.Я.Торик, К.Чарыев; муз. биҙәү А.М.Ҡобағошов, С.С.Миролюбов, С.Ә.Низаметдинов, Р.Х.Сәхәүетдинова, И.М.Хәли- лов; сәхнә бейеүҙәрен, һуғыш күренештәрен ҡуйыу А.Дыба, Е.С.Горбу- нова, Н.И.Осипов, И.Н.Филиппова, И.Х.Хәбиров тарафынан башҡарыла. 90‑сы йй. башында театрҙың репертуарында башҡ. әҙәбиәте әҫәрҙәре — М.А.Буранғоловтың “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, З.А.Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәфрәт” хикәйәте б‑са ш. уҡ исемле спектакль, И.Х.Йомағоловтың “Буш сәңгелдәк”, С.Р.Суринаның “Алтын балта”, Н.Ғәйетбайҙың “Ҡурай моңо”; урыҫ әҙәбиәтенән — А.Н.Островскийҙың әҫәрҙәре б‑са “Замоскворецкийҙағы ғазапланыуҙар, йәки Миша Бальзаминовтың мөхәббәт мажаралары” (“Замоскворецкие страдания, или Амурная жизнь Миши Бальзаминова”), С.Т.Аксаковтың “Ал сәскә” (“Аленький цветочек”) әкиәте б‑са Кочетковтың ш. уҡ исемле спектакле, А.Н.Арбузовтың “Берҙән-берем, һөйөклөм” (“Моё заглядение”), Д.М.Липске- ровтың “Асфальттағы йылға” (“Река на асфальте”); сит ил — А.Камюҙың “Аңлашылмаусанлыҡ” (“Недоразумение”) пьесаһы б‑са “Яңылышыу” (“Путаница”) спектакле, Ф.Гарсия Лорканың “Бернарда Альбаның өйө” (“Дом Бернарды Альбы”), У.Шекспирҙың “Отелло” һ.б. әҙәби әҫәрҙәре. Реж. В.Гришанин ҡуйған Е.Тараховскаяның “Суртан” (“Щука”), Мольерҙың “Ирекһеҙҙән табип” (“Лекарь поневоле”), Б.Шоуҙың “Бланко Поснетты фашлау” (“Разоблачение Бланко Поснета”) спектаклдәре үҙенсәлекле сәхнә интерпретацияһы м‑н айырылып тора. 90‑сы йй. башынан балалар өсөн театр традицияларын һаҡлап, театр иң төп ижади бурыстарының береһен — башҡ. һәм урыҫ труппаларын берләштереүҙе тормошҡа ашыра башлай; А.Ә.Нәҙерғолов ҡуйылышында М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” трагедияһы б‑са “Салауат”, А.П.Чеховтың “Аҡсарлаҡ” [“Чайка”; С.‑Петербургта «“Аҡсарлаҡ” тың осоуы» («Полёт “Чайки” ») Халыҡ-ара театр фестивалендә күрһәтелә] спектаклдәрендә ике труппа ла ҡатнаша. Был спектаклдәрҙә һәм реж. Б.Манджиев ҡуйған Ф.М.Бүләковтың “Мөхәббәт исемлеге” спектаклендә ҡатмарлы фәлс. темаларға мөрәжәғәт итеү һәм тойғоларҙың нескәлеген асыҡларға ынтылыу театрҙың репертуар сәйәсәтен һәм исемен үҙгәртеүгә булышлыҡ итә. Шул йылдарҙағы репертуарҙа башлыса тормошсан, изге рухлы героик- романтик сюжеттар өҫтөнлөк итә, күберәк әкиәттәр — Т.Ғ.Миңнуллиндың “Аҡбай ниңә күңелһеҙ?”, Ж.Жиродуның “Ундина”, Е.Л.Шварц- тың “Ҡар батшабикәһе” (“Снежная королева”), К.Гоцциның “Өс әфлисунға һөйөү” (“Любовь к трём апельсинам”); комедиялар — Лопе де Веганың “Иҫәркәй” (“Дурочка”), Ш.Р.Рәхмәтуллиндың “Уйындан — уймаҡ”, Г.Ш.Ҡәйүмовтың “Һинд ҡыҙы”, Г.Клейстың “Ватылған көршәк” (“Разбитый кувшин”), ш. уҡ Бүләковтың “Ҡәһәр һуҡҡан мөхәббәт” трагедияһы; Д.Стейнбектың “Сысҡандар һәм кешеләр тураһында” (“О мышах и людях”) повесы б‑са А.А.Федеряевтың “Ҡуянды үлтереү” (“Убить кролика”) драмаһы һ.б. ҡуйыла. Коллектив Р.Ю.Бабич, И.А.Булатов, В.М.Камалов, А.Р.Кашанова, А.Ю.Комарова, М.В.Сәйфуллин, З.Х.Сәйетова, Э.Р.Саматова, А.В.Шестаков (Шрайнер) һ.б. актёрҙар м‑н тулылана. Спектаклдәрҙе Ю.А.Горбунов, С.Репецкий, А.Савельев, Шестаков һ.б. ҡуя. Сценография м‑н С.Барбазюк, Ғималетдинова, В.Яшкулов; муз. биҙәү — С.Данилов, Р.Р.Сәғитов, Хәлилов; хореография м‑н Р.Ф.Ғәбитов, Хәбиров һ.б. шөғөлләнә.__ Б.Н.Ибраһимовтың постановкалары үҙенсәлекле сәхнә формаһы һәм мауыҡтырғыс интригаһы м‑н айырылып тора: Н.Ғәйетбайҙың “Ауылға ҡыҙҙар килде”, Н.Асанбаевтың “Ҡыңғырау сәскә”, М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау”, Миңнуллиндың “Ен алыштырған”, М.А.Булгаковтың “Яртаҡыл Журден” (“Полоумный Журден”), Р.Эрдурандың “Бүләк” [“Подарок”; спектакль — “Алтын ат” (“Золотой конёк”) Халыҡ-ара фестиваль- конкурсы лауреаты, Төмән ҡ.] спектаклдәре. Урыҫ труппаһы башлыса урыҫ һәм сит ил драматургияһына мөрәжәғәт итә: Н.В.Гоголдең “Ревизор” пьесаһы б‑са «“Ревизор” комедияһын уйнайбыҙ» («Играем комедию “Ревизор”»), Мольерҙың “Ирекһеҙҙән табип” (“Лекарь поневоле”), В.Ольшанскийҙың “Ун өсөнсө йондоҙ” (“Тринадцатая звезда”), Н.М.Птушкинаның “Тоби өсөн һоло” (“Овёс для Тоби”). 1999 й. Бәләкәй сәхнә асылыу м‑н театрҙың “Бәләкәй сәхнәлә классика” художество программаһы тормошҡа ашырыла башлай, реж. И.Р.Саҡаев ҡуйған А.С.Пушкиндың “Граф Нулин” поэмаһы б‑са ш. уҡ исемле спектакле, Гоголдең әҫәрҙәре б‑са “Бөйөклөк манияһы, йәки Поприщин әфәнденең фәҡир байлығы” (“Мания величия, или Бедное богатство господина Поприщина”) спектаклдәре билдәле бер ваҡиғаға әйләнә, улар ҙур булмаған сәхнә шарттарында художество алымдарының һәм кәүҙәләндереү сараларының ентекле уйланылыуы м‑н айырылып тора. Спектаклдәрҙе ш. уҡ Ф.Ҡ.Ҡасимова, А.И.Корякин, М.Г. Күлбаев, Мусина ҡуя; сәхнәне биҙәүҙе — Э.Р.Ғиззәтуллина, Д.П.Хильченко; муз. биҙәүҙе — Л.Баярс, Н.Ә.Дауытов, И.Лебедев, Р.Р.Хәбиръялов; бейеүҙәр ҡуйыуҙы Р.Зиннәтуллин, Р.С.Мөхәмәтшина, Е.Пенькова һ.б. башҡара. Театр коллективын актёрҙар Л.П.Воротникова, Г.Р.Ғайсина, А.И.Ганичев, М.Ш.Ҡорбанғәлиев, Е.В.Нәбиева, Р.М.Сәлимгәрәева, Э.Р.Шрайнер; ӨДСИ‑нең махсус курсын тамамлаусылар Л.С. Лямкина, И.Н.Панов, Г.Ф. Сафуанова, Р.Р.Фәтхиев, З.Н.Әхмәтов һ.б. тулыландыра. Б.В.Щукин ис. Театр уч‑щеһын (Мәскәү) тамамлаусы Күлбаев ижадында Вахтангов формулаһына — “фантастик реализм” ға, айырыуса театраль сағыулыҡҡа ынтылыш күҙәтелә: Г.Корнелиссондың “Золушка”, Г.И.Гориндың “Икегеҙҙең дә өйөнә чума” (“Чума на оба ваши дома”) һәм “Тиль”, Островскийҙың “Төшөмлө урын” (“Доходное место”); сағыу пластикаға — Р.Киплингтың “Джунглиҙар китабы” (“Книга джунглей”) б‑са Ганичевтың “Беҙҙең ҡаныбыҙ бер” (“Мы с тобой одной крови”), В.Гауфтың “Хәлифә-ҡауҙы” (“Калиф‑аист”) әкиәте б‑са ш. уҡ исемле спектакль, Шварцтың “Яланғас король” (“Голый король”); лирик интонацияға ынтылыу Л.Герштың “Был ирекле күбәләктәр” (“Эти свободные бабочки”) спектаклдәрендә күренә. 2000 йй. уртаһынан репертуар киңәйә, жанр һәм стиль төрлөлөгөн, үҙенсәлекле сәхнә формаларын һәм хәл ителештәрен әүҙем рәүештә эҙләү башлана, ҡайһы бер постановкалар эксперименталь характерҙа була: Э.Ростандың “Ике Пьеро, йәки Аҡ киске аш” (“Два Пьеро, или Белый ужин”) водевиле б‑са “Коломбина һәм ике Пьеро” (“Коломбина и два Пьеро”) буффонадаһы, Ж.П.Сартрҙың “Ябыҡ ишектәр артында” (“За закрытыми дверями”) трагифарсы (ҡара: Абсурд драмаһы), Ж.Ануйҙың “Ҡошсоҡтар” (“Птички”) пьесаһы б‑са “Тауис ҡысҡырыуы ишетелә...” (“Слышен крик павлина...”) комедияһы, К.И.Чуковскийҙың “Сыңҡылдаҡ себен” (“Муха-цокотуха”) әкиәте б‑са Р.М.Ураҡсинаның хип- хоп стилендәге ш. уҡ исемле әкиәте, А.Слаповскийҙың “Клинч” психологик боевигы һ.б. постановкалар. В.В.Сигаревтың “Убыр ғаиләһе” (“Семья вурдалака”), Арбузовтың “Аяуһыҙ уйындар” (“Жестокие игры”), А.С.Архиповтың “Дембель поезы” (“Дембельский поезд”) спектаклдәре, Г.М.Ғиззәтуллинаның “Һаумы, әсәй” моноспектакле үҫеп килеүсе быуындың әхлаҡи ҡиммәттәре формалашыуы мәсьәләләренә һәм киҫкен көнүҙәк темаларға; В.С.Розовтың “Мәңге тереләр” (“Вечно живые”), М.Кәрим әҫәрҙәре б‑са “Беҙҙең өйҙөң йәме” спектаклдәре Бөйөк Ватан һуғышына арналған. Бүләковтың “Дала ҡиссаһы”, Т.Х.Ғарипованың “Ғилмияза”, Т.Джюдженоглуның “Ҡорон” (“Лавина”) спектаклдәрендә әҫәрҙәрҙең фәлс. ҡарашы асыҡ сағылған. Спектаклдәрҙе ш. уҡ Л.-М.Зайкаускас, И.Б.Муллабаев, С.Пускепалис, И.Р.Әхмәтвәлиев ҡуя; сценография Ю.Ғиләжева, Т.Ғ.Йәнекәев, В.С.Королёв, А.В.Нестеров; муз. биҙәү — Баярс, Сәғитов, Хәбиръялов; хореография — Горбунова, В.В.Лесничая, Мөхәмәтшина; пластика, һуғыш күренештәрен ҡуйыу Ганичев, А.З.Закиров һ.б. тарафынан башҡарыла. Театрға актёрҙар С.В.Бронникова, В.Ғ.Ҡалмантаева, С.Ф.Нурисламов, Ю.В.Ныркова, П.А.Шабаева; М.С.Щепкин ис. Театр уч‑щеһын тамамлаусылар И.Х.Исламғолова, Р.Р.Камалов, И.Н.Нурғәлин һ.б. килә. М.Й.т. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. Художество етәкселәре: О.З.Ханов (1989 й. алып), Нәҙерғолов (1993—97, 2002—04), Т.Д.Бабичева (2005 й.). Труппаларҙың баш реж.: башҡ. — Ибраһимов (1997—2003), Р.М.Хәкимов (2006 й. алып); урыҫ — Күлбаев (1999 й. алып). Дир.: В.А.Савельев (1989 й. алып), Е.В.Климов (1995 й. алып), Р.И.Ишмуллин (2005 й. алып), Ф.Б.Сәләмәтов (2013 й. алып), А.Н.Йыһаншин (2014 й. алып). 1990 й. алып театрҙың Ленин урамында үҙ бинаһы бар (2000—02 йй. реконструкция яһала). 2002 й. театрҙың музейы булдырыла.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке