МИЛЛИ ӘҘӘБИ МУЗЕЙ. Өфөлә урынлашҡан. 1996 й. БР‑ҙың Әҙәби музейы булараҡ ойошторола, 2002 й. алып БР‑ҙың Милли әҙәби музейы исемен йөрөтә. 5 филиалы бар: Аҡмулла М. музейы, Бабич Ш. музейы, Ғафури М. мемориаль йорт‑музейы, Мөбәрәков А. музейы, Өмөтбаев М. музейы. Музей фондында 8 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, шулар араһында Башҡортостан яҙыусыларының (ш. иҫ. бында тыуып үҫкәндәрҙең) ҡулъяҙмалары, китаптары, наградалары, фото һәм документаль материалдары, шәхси әйберҙәре, яҙыу машинкалары, портреттары, Аҡмулла, М.Ғафури һ.б. әҫәрҙәренең сюжеттарына картиналар, Бабичевтар, Өмөтбаевтар нәҫеленең шәжәрәләре һ.б. бар. М.ә.м. буклеттар, открыткалар, методик әсбаптар нәшер ителә. Музей күренекле даталар айҡанлы респ. конкурстары, яҙыусылар м‑н осрашыуҙар, әҙәби‑муз. кисәләр үткәрә; БР райондары һәм РФ төбәктәре буйлап фәнни экспедициялар һәм күсмә күргәҙмәләр ойоштора; Гимназия‑интернат №1. Экспозиция Сәнғәт училищеһы, Педагогия университеты, Өфө гимназияһы №20, Дәүләткилдеев Ҡ. исемендәге һынлы сәнғәт гимназия‑интернаты һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Г.С.Моратова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.