МИЛЛИ АТ СПОРТЫ УЙЫНДАРЫ, башҡорттарҙа элек‑электән физик тәрбиә биреүҙең айырылғыһыҙ бер өлөшөн тәшкил итә һәм барлыҡ халыҡ байрамдарының төп өлөшө булып тора. Киң таралған М.а.с.у. түбәндәгеләр ҡарай:

Ауҙарыш. Ике һыбайлы ҡатнаша. Кем 10—15 минут эсендә көрәштәшен эйәрҙән тартып төшөрә йәки ергә төшөргә мәжбүр итә, шул еңеүсе була.

Егетлек — сабып барған ат өҫтөндәге һыбайлының аттан ергә һикереп төшөп яңынан менеүе, ерҙән төрлө әйберҙәрҙе (балдаҡ, аҡса янсығы, тәңкәләр, яулыҡтар һ.б.) күтәреп алыу кеүек ҡатмарлы күнекмәләр, эйәрҙә баҫып сабыу, сабып барған аттың ҡорһаҡ аҫтынан сығыу кеүек төрлө акробатик трюктар эшләй. Күнекмәләрҙең төрлөлөгө егеттең оҫталығынан, уйлап табыу һәләтенән һәм сослоғонан тора. Аттың сабыуҙан юртыуға күсеүе йәки һыбайлының осоп төшөүе еңелеү тип һанала. Баһа биргәндә дистанцияны үтеү ваҡыты, үҙенсәлеге һәм күнекмәләрҙең аныҡ үтәлеүе иҫәпкә алына.

Ҡот алыу. Ике команда уйнай. Һыбайлыларҙың береһе икенсе командала ҡатнашыусыларҙан ҙур кешмир яулыҡты тартып алыуҙарын һорай һәм яулыҡты елберләтеп, ялан буйлап саба башлай. Уйын ҡаршы яҡ команда яулыҡты тартып алғансы дауам итә.

Күк бүре. Һыбайлылар килешелгән урынға йыйыла. Уларҙың береһе һарыҡ түшкәһе алып килә. Сигнал б‑са һыбайлы түшкәне тотоп саба башлай, ә башҡалар уны тартып алырға йәки өлөштәргә өҙгөләргә тейеш. Уйын түшкә өлөштәргә өҙгөләнеп бөткәнсе дауам итә.

Ҡыҙ ҡыуыу. Егет, йола б‑са, кәләшен спорт ярыштарында еңгәс кенә, ҡыҙға өйләнә алған. 400 метр дистанцияға уҙышты ҡыҙ башлай, бер аҙҙан егет ҡуҙғала, ул ҡыҙҙы ҡыуып етергә һәм үбеп алырға тейеш. Ҡыҙ егеттән ситкә тайпылырға һәм беренсе килергә тырыша. Әгәр ҙә егет ҡыҙҙы үбә алмаһа, кире килгәндә егет алдан бара, ә ҡыҙ, егетте ҡыуып етеп, сыбыҡларға тейеш. Иң ҙур тиҙлек, юғары башҡарыу оҫталығы, таһыллыҡ күрһәткән пар еңеүсе һанала. Баһа биргәндә һыбайлыларҙың кейеме м‑н эйәрҙең биҙәлеше лә иҫәпкә алына.

Тал сабыу. Башҡорт кавалерияһында популяр була. 20 б. 50‑се йй. тиклем бөтә ат спорты байрамдарының программаһына ингән. Ҡағиҙә б‑са, һыбайлы сабып барғанда бер‑береһенән 12—15 м аралыҡта булған 8—12 сыбыҡты ҡылысы м‑н сабып өҙөргә тейеш. Һәр яҙа сапҡан өсөн штраф мәрәйе һалына. Баһа биргәндә сыбыҡты сабыу сифаты ла иҫәпкә алына. Шулай уҡ ҡара: Бәйге

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.