МИӘКӘ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Миәкә р‑ны Ҡырғыҙ-Миәкә а. урынлашҡан. 1900 й. донъяуи мәктәп бу‑ лараҡ асыла (ҡара: Министрлыҡ мәктәптәре), 1922 й. алып 2‑се баҫҡыс мәктәп, 1927 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1935 й. — өлгөлө тулы булмаған урта мәктәп, 1936 й. хәҙ. статусын ала, 1972 й. хәҙ. исе‑ мен йөрөтә, 2000 й. М.И.Абдуллин исеме бирелә. Йәрлекәү, Родниковка, Ҡорманайбаш аа. филиалдары эшләй. Китапханаһы, интернаты, уҡыу оҫтаханалары, тамаша һәм спорт залдары бар. Уҡыу йорто м‑н Ғ.Ғүмәр һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 1939 й. башлап мәктәпте 6 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2013), улар араһында И.Ғ.Вәлиев, Л.Ә.Вәлиева, Н.И.Ирсаева, М.Ғ.Хафизов, Т.Х.Әхмәҙиев. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мәктәптә Латвия, Польша, Украина һәм Эстониянан эвакуацияланған уҡытыусылар эшләй. Мәктәп бинаһына уны тамамлаған Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған В.Н.Корнеевҡа (2005) һәм Абдул‑ линға (2000) — мемориаль таҡтаташтар, мәктәп ихатаһында Абдуллинға ш. уҡ бюст (2005) ҡуйылған.

Р.Ф.Яҡупов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке