• Печать

АҠТАШ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Ҡауарҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 61 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 76 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 165 кеше; 1920 — 232; 1939 — 256; 1959 — 285; 1989 — 175; 2002 — 147; 2010 — 126 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Кәлсер‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1752 й. билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр күсеп ултырған, 1785 й. ш. уҡ шарттарҙа — типтәрҙәр). 1795 й. 7 йортта 30 кеше йәшәгән, 1865 й. 20 йортта — 101 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, һунарс‑ҡ, умарт‑ҡ, сана һәм ағас һауыт‑һаба яһау м-н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. шөғөлдәр араһында урман кәсептәре билдәләнгән.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке