МӘХМҮТ ҒӘЛИ, М ә х м ү т б и н е  Ғә л и б и н е  Ғү м ә р ә л ‑ Б о л ғ а р и ә с ‑ С а р а и ә л - Ҡә р д ә р и (13—14 бб.), төрки шағиры. Дини‑дидактик характерҙағы “Нәһжәл-фәрадис” әҫәре авторы. Әл‑Болғари псевдонимына бәйләп, уны Болғар ҡ. (ҡара: Алтын Урҙа) тыуған, тип фараз итәләр. Әл‑Ҡәрдәри псевдонимы уның Ҡәрдәр ҡ. (Харәзм) тыуыуын, белем алыуын, йәки сығышы м‑н ҡәрдәр ҡаҙаҡ ырыуынан булыуын белдереүе мөмкин. Һарай ҡалаларының береһендә, Һарай‑Бәрәкәлә, йәшәгән, тип фараз ителә. Әҫәр йөкмәт‑кеһенән авторҙың дин, фәлс. һәм көнсығыш әҙәбиәте өлкәһендә уҡымышлы кеше булыуы күҙаллана. Төрки, ғәрәп һәм фарсы телдәрен белгән. “Нәһж әл-фәрадис”тың иң иртә яҙылған күсермәһендә (1360) М.Ғ. 1360 й. 22 мартында вафат булыуы теркәлгән.

Х е ҙ м.: Нәһҗел-фәрадис. Казан, 2002.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1‑се т. Өфө, 1990. 

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Ф.С.Фазылова

Текст на русском языке