МӘХӘЛЛӘ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, бер сиркәү мәхәлләһенә ҡараған халыҡ өсөн ябай типтағы уҡытыу‑тәрбиә йорттары. Рәсәйҙә 11 б. асыла башлайҙар. 1804 й. Уставы м‑н кесе халыҡ училищелары урынына — бер йыллыҡ башланғыс мәктәптәр, 1828 й. Уставы м‑н халыҡтың түбән ҡатламдары өсөн бер йәки ике йыллыҡ мәктәптәр итеп ойошторолалар. Ҡала һәм ауыл йәмәғәтселеге, айырым кешеләрҙең аҡсаһына тотолалар. Бөтә ҡатлам балалары ла ҡабул ителә. Уҡыу бушлай була. Айырым (малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн) һәм ҡатнаш М.у. эшләй. Уҡыу программаһына яҙма, уҡыу, арифметика, а.х. нигеҙҙәре, Алла Ҡануны инә. Уҡыусыларҙы өйәҙ училищеларына уҡырға инеү өсөн әҙерләйҙәр. “Башланғыс халыҡ училищелары тураһында положение” (1864) б‑са башланғыс халыҡ училищеларына, Изге Синод ҡарамағындағылары сиркәүмәхәллә мәктәптәренә, Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағындағылары — земство мәктәптәренә, министрлыҡ мәктәптәренә һ.б. үҙгәртелә. Ырымбур губернаһында М.у. тәүҙә өйәҙ училищелары эргәһендә әҙерлек кластары булараҡ эшләй. Үҙ аллы ике йыллыҡ М.у. 1832 й. Ырымбур ҡ., 1839 й. Бөрө, Быҙаулыҡ, Минзәлә, Өфө, Силәбе, Стәрлетамаҡ, Троицк ҡҡ. асыла. 1860 й. Ырымбур губ. 88 М.у. (3,8 меңдән ашыу уҡыусы), ш. иҫ. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында 16 М.у. (1,1 меңдән ашыу), иҫәпләнә. Уҡыусылар араһында түбәнге ҡатлам вәкилдәре күберәк була (бөтә уҡыусыларҙың 84%‑ы); урыҫ булмаған милләт балалары яҡынса 12% тәшкил итә.

Әҙәб.: Е н и к е е в А.А. Русско-башкирская начальная школа в дореволюционной Башкирии. Уфа, 2006.

 Т.М.Әминев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке