МӘҮЛИТОВА Регина Салауат ҡыҙы (16.10.1979, Өфө), спортсы. Ауыр атлетика б‑са халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001). Урал физик культура акад. тамамлаған (2001). 15‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.Г.Вагин). Рәсәй чемп. һәм Рәсәй кубогын яулаусы (2003), икебәйге б‑са Рәсәй чемпионаттарының (1995, 2000, 2002, 2006, 2009) һәм Рәсәй кубоктарының (2002, 2004) көмөш призёры, Рәсәй чемпионаттарының бронза призёры (2001, 2004, 2007—08), ырғым һәм күтәреү б‑са Рәсәй кубоктарын яулаусы (2003—04) һәм бронза призёры (2004—06, 2011). Үҫмер спортсылар араһында Рәсәй чемп. (1995, 1997). 53 кг тиклем ауырлыҡтағы ҡатын‑ҡыҙҙар араһында ырғым һәм икебәйге б‑са Рәсәй рекордсыһы (2003). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1995—2010). 

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Текст на русском языке