МӘҮЛЕНОВ Сырбай (17.9.1922, Төркөстан АССР‑ы Турғай ҡсб — 13.2.1993, Алматы), шағир. Ҡаҙаҡ ССР‑ының халыҡ шағиры (1990). “Магнит тауының уттары” (1952) “Япраҡтар яна” (1964), “Ялағай” (1976; бөтәһе лә — ҡаҙаҡ телендә) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. 1969 й. Башҡортостанға килә, башҡ. яҙыусылары м‑н осраша. “Ағиҙел”, “Башҡортостан”, “Мостай Кәрим”, “Дим йылғаһы”, “Салауат”, “Шайморатов генерал” (бөтәһе лә — ҡаҙаҡ телендә) һ.б. шиғырҙарында сәйәхәттән алған тәьҫораттары сағыла. Әҫәрҙәре Н.Иҙелбай, Р.Шәкүр тарафынан башҡ. теленә тәржемә ителгән. Ул С.Ҡудаш, Ғ.Й.Рамаҙанов әҫәрҙәрен ҡаҙаҡ теленә тәржемә иткән. Ҡаҙаҡ АССР‑ының Абай ис. Дәүләт пр. лауреаты (1970). 

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке