МӘҮЛЕКӘСОВА Гөлсинә Ғәлим ҡыҙы (19.2.1981, Өфө), балет артисы. БР‑ҙың халыҡ (2008) һәм атҡ. (2002) артисы. Р.Нуриев ис. Башҡ. хореография уч‑щеһын тамамлаған (1999; педагогы Л.С.Ҡыуатова). 1996 й. алып БДОБТ солисы. Лирик‑драматик амплуалы классик балерина. М. башҡарыу сәнғәтенә һығылмалылыҡ, еңеллек, нәфислек хас; бейеүе аныҡ һәм матур хәрәкәттәр м‑н айырылып тора. Төп партиялары: Одетта—Одиллия (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”; дебют, 1999), Аврора һәм Сирень Феяһы (“Йоҡоға талған һылыу” — “Спящая красавица”; икеһе лә — П.И.Чайковский), Жизель һәм Мирта (“Жизель”, А.Адан), Золушка (“Золушка”, С.С.Прокофьев), Кит‑ ри (“Дон Кихот”), Никия (“Баядерка”; икеһе лә — Л.Ф.Минкус), Зарема (“Баҡсаһарай фонтаны” — “Бахчисарайский фонтан”, Б.В.Асафьев), Зәйтүнгөл (“Сыңрау торна”) һ.б. Йондоҙ партияһын тәүге башҡарыусы (“Арҡайым” — “Аркаим”, Л.З.Исмәғилева). Концерт репертуарында П.Даллио музыкаһына Д.Проценконың “Осрашыу” (“Встреча”), Х.Райхель музыкаһына А.Пепеляевтың “Даксофония”, Э.Морриконе музыкаһына Р.Ә.Абушахмановтың “Диңгеҙҙән” (“Из моря”) хореографик миниатюралары. Рәсәй һәм сит илдәр (Бразилия, Италия, Ҡытай, Мысыр, Португалия, Таиланд һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. “Урыҫ балеты принцессаһы” призын (2000) яулаусы һәм “Арабеск” Халыҡ-ара балет артистары конкурсы дипломанты (Пермь ҡ., 2004).

О.Ғ.Вилданова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанов

Текст на русском языке