АҠТАУ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Аҡморон а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 11 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 42 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 103 кеше; 1959 — 184; 1989 — 299; 2002 — 283; 2010 — 266 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

1932 й. 46‑сы Баймаҡ йылҡ‑ҡ з‑ды ойошторолған ваҡытта Аҡтау Участка ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. ауыл статусын ала.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке