МӘСКӘҮ ПСИХОЛОГИЯ-СОЦИОЛОГИЯ УНИВЕРСИТЕТЫ. Стәрлетамаҡ ҡ. филиал 1997 й. асыла. Филиал составында — 4 ф‑т (лингвистика, психология, иҡт., юридик). 3 компьютер класы, китапханаһы, тренажёр залы һ.б. бар. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 5 һөнәр һәм йүнәлеш б‑са алып барыла. Уҡытыусылар араһында — 9 фән д-ры һәм 28 фән канд. (2013). 2003 й. алып 1,1 меңгә яҡын белгес әҙерләнгән (2013). Дир.: С.Г.Иванова (1997 й. алып), И.А.Сергеев (2000 й. алып), Г.К.Пендюхова (2003 й. алып). 

Г.К.Пендюхова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке