МӘСКӘҮ ИҠТИСАДИ ҮҘГӘРТЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ. Өфө филиалы 1999 й. асыла, 2014 й. ябыла. Уҡытыу көндөҙгө, көндөҙгө-ситтән һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 8 һөнәр һәм йүнәлеш б‑са алып барылған: бухгалтер иҫәбе, анализ һәм аудит; дәүләт һәм муниц. идаралыҡ; донъя иҡтисады; сит телдәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе уҡытыу теорияһы һәм методикаһы; финанс һәм кредит; менеджмент һ.б. Уҡытыусылар араһында 3 фән д‑ры һәм 10 фән канд. (2013). 2,6 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2013). ӨДИСУ м‑н хеҙмәттәшлек иткән. Йыл һайын 20‑нән ашыу уҡыу әсбабы нәшер ителгән. Дир.: Н.А.Буранғолова (2000 й. алып), Т.Ф.Исакова (2009 й. алып). 

Т.Ф.Исакова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке