МӘСӘЛИМОВ Азат Тимербулат улы (2.4.1962, БАССРҙың Әлшәй рны Раевка ҡсб), спортсы. Дельтаплан спорты бса Рәсәйҙең халыҡара класлы спорт мастеры (2005) һәм респ. категориялы судья (1999). РФтың почётлы дөйөм белем биреү хеҙмре (2007). У.Т.Мәсәлимовтың ҡустыһы. ӨАИны тамамлаған (1984). ДОСААФ тәрбиәләнеүсеһе (Өфө; тренерҙары В.Н.Даниленко, В.В.Мысенко). Күпбәйгелә БДБ чемп. (2013), БДБ кубогын яулаусы (2008), Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2000, 2005), айырым күнекмәләр бса Рәсәй чемп. һәм Рәсәй кубогын яулаусы (икеһе лә — 1995), РСФСР чемпионаттарының көмөш призёры (1986, 1988), РСФСР (1989) һәм Рәсәй (1993) чемпионаттарының бронза призёры, команда зачётында РСФСР (1986— 87, 1989) һәм Рәсәй (1993, 1997, 2006) чемп., РСФСР (1991) һәм Рәсәй (1992, 1999, 2005) чемпионаттарының көмөш призёры, РСФСР чемпионатының бронза призёры (1988, 1990). РСФСР (1987 й. алып), Рәсәй (1992 й. алып) йыйылма командаһы ағзаһы.

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке