СТАРШИНА МӘСӘҒҮТ”, башҡ. ҡобайыры. Тәүге тапҡыр 20 б. 20‑се йй. Ғ.Ф.Вилданов тарафынан БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Әбделғәзе а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) яҙып алына, “Аймаҡ” йыйынтығында (1927, №4) исемһеҙ баҫтырыла. Варианттарын Р.Й.Ғарипов, Ф.Х.Камаев, Р.С.Сөләймәнов яҙып ала. Драматик характерҙағы ҡобайыр. Сенаттың 1754 й. 16 мартындағы башҡорттарҙан яһаҡты ҡаҙнанан тоҙ һатып алыуға алмаштырыуы т‑дағы указына бәйле барлыҡҡа килә [ҡара: Башҡорт ихтилалы (1755—56)]. Текст, башлыса, Мәсәғүт старшинаның монологы формаһында ҡоролған, халыҡҡа указ т‑да хәбәр итә һәм уны ризалыҡ м‑н ҡабул итеүгә саҡыра. “М.с.” — дидактик ҡобайыр. Көйөнә квадрат структура һәм аныҡ ритм хас, ярым тонлы минор пентатоникаға нигеҙләнгән.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. 3‑сө кит. Өфө, 1982. Сулейманов Р.С. Жемчужины народного творчества Урала. Уфа, 1995.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: “Мәсәғүт старшина” ҡобайырының ноталары

Яндекс.Метрика