МӘСЕТЛЕ УРТА МӘКТӘБЕ Салауат р-ны. 1924 1-се баҫҡыс мәктәбе булараҡ нигеҙләнә, 1947 йылдан тулы булмаған урта мәктәп, 1979 йылдан М.у.м., 2010 йылдан төп мәктәп. Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, уҡыу оҫтаханалары, спорт залы, уҡыу-тәжрибә участкаһы, география майҙансығы бар. Урта мәктәпте 2 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2013). Тамамлаусылар араһында – В.Я.Ғәлин, Д.А.Нуриев. Мәктәп территорияһына Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына һәйкәл (1995), бинаһына уны тамамлаған, Чечнялағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған Ф.Н.Рәхимовҡа бағышлап мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2007).

Л.З.Хизбуллина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина