“МӘСЕМ ТАШ”, Бөрйән район мәҙәниәт һарайының ҡурайсылар ансамбле. 1946 й. ойошторола, 1967 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарында “Азамат”, “Ҡарабай”, “Любизар”, “Уйыл”, “Урал”, “Үткән ғүмер”, “Һандуғас” һ.б. башҡ. халыҡ йырҙарының инструменталь варианттары, ш. уҡ төрлө инструменталь көйҙәр. ТАССР‑ҙа БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә (1989), Ырымбурҙа (1994), Мәскәүҙә (1997) БР көндәрендә ҡатнаша. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. Бөтә Союз үҙешмәкәр художестволы ижад смотры (1985), халыҡ ижады фестивале (1988; икеһе лә — Өфө), респ. халыҡ музыкаһы фестивале (Салауат ҡ.), халыҡ ижады фестивале (икеһе лә — 1989), “Башҡортостан аҫылташтары” (“Самоцветы Башкортостана”) ха‑ лыҡ ижады фестивале (2003), “Башҡортостан — Урал ынйыһы” (“Башкортостан — жемчужина Урала”) халыҡ ижады форумы (2005; бөтәһе лә — Өфө), Й.Иҫәнбаев ис. призға ҡурайсылар конкурсы (1981, 1999; икеһе лә — Өфө; Хәйбулла р‑ны Аҡъяр а., 2006, 2011) лауреаты. Ойоштороусыһы — М.Н.Ҡәҙерғолов; художество етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре  Й.Ш.Иҫәнғәлин. 

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке