МӘСҒҮТ Ғ. [ысын исеме Ғәлиуллин Мәсғүт Нәбиулла улы; 22.6.1907, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Нөрлө а. (БР‑ҙың Өфө р‑ны) — 1944 й. ғин., Өфө], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1927 й. алып илдең төрлө пр‑тиеларында эшләй. 1937 й. башлап “Сталинсы” (ҡара: “Родник плюс”) гәз. әҙәби хеҙм‑ре. “Ауыл ғишыҡтары” (татар т.) исемле тәүге китабы 1928 й. сыға. “Мартен яҡтыһы” (1940), “Таныш рәсем” (1959) шиғри йыйынтыҡтары, балалар өсөн яҙылған “Туғыҙ Туҡылдыҡ, бер Мыймылдыҡ тураһында әкиәт” (1940) поэмаһы һ.б. авторы.

Х е ҙ м.: Урал турында: шигырьләр көлтәсе. М., 1930. 

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Ф.С.Фазылова

Текст на русском языке