МӘРҪИӘ (ғәр.), Яҡын һәм Урта Көнсығыш халыҡтарының поэзия жанры, ҡайғылы ҡасидә. М., ғәҙәттә, вафат булған күренекле кеше хөрмәтләп иҫкә алына; һыҡтау мотивтары йыш ҡына фәлс. уйланыуҙар м‑н бәйләнеп килә. М. моноримик формалы, һирәкләп парлы рифмаларҙа осрай. М. классик өлгөләрен Рудаки ижад иткән. Башҡорт әҙәбиәтендә М. жанрына Аҡмулла, Ш.Бабич, М.Ғафури, Ғ.Соҡорой, Ғ.Усман һ.б. мөрәжәғәт иткән.

Әҙәб.: Х ө с ә й е н о в Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 2006; Ҡ а с ҡ ы н о в а Г.Н. Хәҙерге башҡорт шиғриәтендә структур поэтика мәсьәләләре. Өфө, 2007.

Р.Н.Байымов

Тәрж. Ф.С.Фазылова

Текст на русском языке