АҠТАР ХӘРӘКӘТЕ, самодержавие ҡолатылғандан һуң Рәсәй дәүләтселегенең нигеҙҙәре емерелеүгә реакция булараҡ революция (1917) барышында барлыҡҡа килә. А.х. йүнәлтеүсе көсө булып Рус армияһының офицерҙар корпусы сығыш яһай. Элекке Рәсәй империяһы халҡының күпселек өлөшө (православие руханиҙары; буржуазия, дворянлыҡ, интеллигенция, казак ҡатламы, крәҫтиәндәр һәм эшселәр синыфының бер өлөшө) А.х. яҡлы була. Рим һәм Византия империяларының тарихи вариҫы — православие динендәге урыҫ дәүләте булараҡ берҙәм һәм бүленмәҫ бөйөк Рәсәй т‑дағы фекер, ш. уҡ изге Русь идеяһы — урыҫ халҡының донъяны ҡотҡарыусы булараҡ тәғәйенләнеше т‑да күҙаллауҙар — А.х. идеологияһының төп йөкмәткеһен тәшкил итә. Ваҡытлыса хәрби диктатура урынлаштырыу һәм буласаҡ дәүләт ҡоролошон билдәләү өсөн Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышын саҡырыу А.х. төп бурысы була.

Большевизм (ҡара: Советтар Союзы коммунистар партияһы) яҡлыларға ҡаршы Граждандар һуғышында еңелгәндән һуң эмиграциялағы А.х. ҡатнашыусыларҙың пландары советтарға тиклемге ҡоролошто аяҡҡа баҫтырыу өсөн СССР‑ға ҡораллы баҫып инеүҙән алып совет йәмғиәтенә дәүләт төҙөүҙә ярҙам итеүгә тиклем үҙгәреп тора. Урал-Волга буйында А.х. үҫеше үҙенсәлектәре большевиктарға ҡаршы дөйөм Рәсәй соц. оппозиция үҙәктәренең (Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары съезы, Социал‑революционерҙар партияһы, Рәсәй социал‑демократик эшселәр партияһы, Халыҡ‑социалистик хеҙмәт партияһы һ.б.) һәм татарҙар хәрәкәтенең (Милләт мәжлесе, Урал-Волга штатын тормошҡа ашырыу б‑са коллегия һ.б.) булыуы, ш. уҡ Башҡорт милли хәрәкәтенең әүҙемлеге м‑н билдәләнә. 1918 й. яҙы—көҙөндә был көстәр А.х. м‑н берлектә эш итә, ләкин Рәсәйҙең көнсығышында А.В.Колчактың хәрби диктатураһын урынлаштырыу союздаштарҙың фекер айырымлыҡтарын көсәйтә һәм 1918—19 йй. ҡышында соц. партия ағзаларының бер өлөшөнөң һәм урыҫ булмаған милли хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың күпселегенең большевистик хөкүмәт яғына сығыуына килтерә.

Ырымбур казак ғәскәре һәм Урал казак ғәскәре частары, 1‑се Ырымбур Неплюев кадет корпусы, 2‑се Ырымбур кадет корпусы һәм Ырымбур казак хәрби училищеһы уҡытыусылары һәм уҡыусылары, Ырымбур һәм Өфө епархиялары руханиҙары, эшҡыуарҙар, Халыҡ азатлығы партияһы бүлексәләре ағзалары 1917 й. көҙөнән алып Көньяҡ Уралда А.х. таянысы була.

1918 й. йәйендә Чехословак айырым корпусы, Себер, Ырымбур армияһы частары Өфө һәм Һамар губернаһында большевиктар власын юҡ иткәс, аяҡҡа баҫҡан советтарға тиклемге дәүләт һәм йәмәғәт учреждениелары һәм ойошмалары хеҙм‑рҙәре, ерле халыҡтың төрлө ҡатлам вәкилдәре А.х. яҡлауҙары т‑да белдерә. Большевиктарға ҡаршы ғәскәрҙәр урынлашҡан терр‑яла элекке совет органдары эшмәкәрлеген тикшереү алып барыла: 1918 й. июль—нояб. һәм 1919 й. март—апр. Өфөлә яҡынса 2,7 мең кеше ҡулға алына; 1918 й. дек. һәм 1919 й. майында бер нисә тиҫтә Өфө һәм Силәбе большевик‑подпольщиктары язалап үлтерелә. 1918—19 йй. ҡышында А.х. етәкселеге халыҡ ярҙамында большевиктарға ҡаршы тарҡау ғәскәрҙәрҙән Рус армияһын (рәсми булмаған исеме — Аҡ гвардия) ойоштора. 1919 й. яҙы—йәйендә Волга буйында һәм Уралда Ҡыҙыл Армия м‑н һуғыштарҙа ул еңелә һәм Себергә сигенә, төбәктә А.х. юҡ ителә.

Себерҙә Рус армияһы ҡыйратылғандан һуң Көньяҡ Урал аҡ гвардиясыларының бер өлөшө рус эмиграцияһына ҡушыла, Рәсәйҙә ҡалғандары репрессиялана. 20 б. уртаһына ҡарай А.х. һүнә. Икенсе донъя һуғышы йылдарында аҡ эмигранттарҙың бер өлөшө Ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәте, британ, француз һәм америка ҡораллы көстәре сафтарында, бер өлөшө Германия һәм уның союздаштары яғында һуғыша, өсөнсөләре нейтраль позиция ала.

Әҙәб.: Акулинин И.Г. Оренбургское казачье войско в борьбе с большевиками. 1917—1920. Шанхай, 1937; Константинов С.И. Вооружённые формирования противобольшевистских правительств Поволжья, Урала и Сибири в годы гражданской войны. Екатеринбург, 1997.

А.Д.Казанчиев, И.Ф.Плотников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018