МӘРҘӘНШИН Ринат Мөҡәтдәс улы (24.12.1963, Октябрьский ҡ. — 19.1. 2005, шунда уҡ), спортсы. Спидвей б-са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1996). “Нефтсе” спорт-техник клубы тәрбиәләнеүсеһе (Октябрьский; тренерҙары Р.М.Ғәтиәтов, Н.Л.Платонов). “Нефтсе” (Октябрьский, 1982—85, 1989—90), “Жигули” (Тольятти ҡ., 1986—87), “Сигнал” (Ровно ҡ., 1988), “Төҙөүсе” (Октябрьский, 1991—94), “ЛУКОЙЛ—Башҡортостан” (Өфө, 1995— 96), “ЛУКОЙЛ” (Октябрьский, 1997—2004) командалары өсөн сығыш яһай. РСФСР (1989) һәм Рәсәй (1996—98) чемп., РСФСР (1985) һәм Рәсәй (1995) чемпионаттарының көмөш призёры, шәхси ярыштарҙа СССР (1988) һәм РСФСР (1990) чемпионаттарының бронза призёры, Рәсәй чемп. (1997, 1999, 2000), донъя (1996), СССР (1983, 1986), БДБ (1992), Рәсәй (1993—95, 1998, 2001— 03) чемпионаттарының, Европа чемпиондары кубогының (2000) көмөш призёры, команда ярыштарында Европа чемпиондары кубогының бронза призёры (1998), парлы уҙышта СССР кубогын яулаусы (1989). СССР (1986—91), БДБ (1992), Рәсәй (1993— 2003) йыйылма командалары ағзаһы. Октябрьскийҙа 2005 й. алып йыл һайын М. мемориалы үткәрелә. 

 Н.А.Ермоленко

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке