МӘҺӘҘИЕВ Мәкәрим Әҙһәм улы (23.12.1901, Һамар губ. Бөгөлмә өйәҙе Түб. Аҡа а. — 10.7.1938, Өфө), актёр, режиссёр. 1917—21 йй. төрлө күсмә антрепризаларҙа ҡатнаша, 5-се Армияның сәйәси бүлеге эргәһендәге ҡыҙылармеецтар театры, Өфө дәүләт татар-башҡ. үрнәк театры (ҡара: Үрнәк татар‑башҡорт театры) актёры. 1922 й. алып Үҙәк театр сәнғәте техникумында (Мәскәү) уҡыған, бер үк ваҡытта Мәскәү үҙәк татар эшселәр театрында эшләй, 1926—37 йй. Башҡ. театр-художество уч‑щеһының театр бүлегендә уҡыта һәм уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире була, бер үк ваҡытта 1930 й. алып БАДТ актёры, реж., 1933 й. — художество етәксеһе. М. башҡ. театры тарихына милли сәхнә реформаторы булараҡ ингән: К.С.Станиславскийҙың художество принциптарын тормошҡа ашырып, проф. театр мәҙәниәте, актёр оҫталығы үҫешенә булышлыҡ итә, театрҙың репертуарын, репетициялар үткәреү процесын үҙгәртә. Төп ролдәре: Исмәғил, Шаймаҡ (“Янғура”), Ғәлим (“Алатау”; икеһе лә — А.М.Таһиров), Исмәғил (“Ғәлиәбаныу”), Отелло (У.Шекспирҙың ш. уҡ исемле пьесаһы) һ.б. Реж. булараҡ, башлыса классиктар әҫәрҙәре б-са спектаклдәр ҡуя һәм төп иғтибарын йоғонтоло анализға йүнәлтә: Ф.Шиллерҙың “Юлбаҫарҙар” (“Разбойники”; дебют, 1928) һәм “Мәкер һәм мөхәббәт” (“Коварство и любовь”), Лопе де Веганың “Һарыҡ шишмәһе” (“Овечий источник”), Н.В.Гоголдең “Тикшереүсе” (“Ревизор”), А.С.Пушкиндың “Борис Годунов“, А.Н.Островскийҙың “Төшөмлө урын” (“Доходное место”) спектаклдәре. Совет драматургтары Таһировтың “Алатау” һәм “Сибиряк Ғилман”, С.М.Мифтаховтың “Пандар илендә”, Н.Иҫәнбәттең “Портфель”, Г.Хәмиттең “Һинд ҡыҙы”, Г.Я.Кобецтың “Гута” һ.б. әҫәрҙәрен сәхнәләштергәндә тормошто дөрөҫ һәм ышандырырлыҡ итеп сағылдырырға тырыша. Ш.Х. Усмановтың “Һуңлаған фарман, йәки вәлидовсылыҡ” спектакле тәрән йәшерен сәйәси мәғәнәһе м‑н ҙур ижт. резонанс тыуҙыра. Уҡыусылары араһында Ғ.Б.Абыҙгилдина, З.И. Бикбулатова, Т.М.Бикташева, В.Ғ.Ғәлимов, З.Ғ.Иғдәүләтов, Б.Ғ. Имашев. Репрессиялана (1937), атыла (1938). 1957 й. аҡлана.

Х е ҙ м.: Театр тураһында: мәҡәләләр йыйынтығы. Өфө, 1962.

 

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке