МӘМБӘТҠОЛОВ Бәҙри Мөжәүир улы [1.5.1911, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Темәс а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 20.9.1999, Сибай ҡ.], педагог. РСФСР (1959) һәм БАССР (1956) мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы. 1939—40 йй. совет-финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Силәбе пед. ин‑тын тамамлаған (1957). 1930 й. алып Баймаҡ р‑ны мәктәптәрендә уҡытыусы, 1934—38 йй. һәм 1945—47 йй. Баймаҡ район халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы, 1938 й. башлап мөдире, 1947 й. — Баймаҡ р‑нының 2‑се Түбә урта мәктәбе, 1963—72 йй. Сибай пед. уч‑щеһы директоры. Ленин (1960), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1942, 1943, 1963) орд. м‑н бүләкләнгән. Баймаҡ, Сибай ҡҡ. урамдарға М. исеме бирелгән. Сибайҙа ул йәшәгән йортҡа (2011) һәм Сибай педагогия колледжы бинаһына (2010) мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: У т я г у л о в Р.И. Звезда Мамбеткулова: воспоминания. Сибай, 2011.

Р.И.Үтәғолов

Тәрж. Р.И.Үтәғолов

Текст на русском языке