МӘЛӘҮЕЗ МЕХАНИКА-ТЕХНОЛОГИЯ ТЕХНИКУМЫ, 1961 й. Күмертау киске тау-механика техникумы (ҡара: Күмертау тау колледжы) филиалы булараҡ асыла, 1964 й. алып киске аҙыҡ-түлек сәнәғәте техникумы, 1967 й. — һөтсөлөк сәнәғәте техникумы, 1992 й. — М.м.‑т.т., 2015 й. башлап Мәләүез киң профилле һөнәр биреү колледжы. Уҡытыу көндөҙгө һәм киске бүлектәрҙә сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау һәм техник файҙаланыу, һыуытҡыс- компрессор машиналарын һәм ҡулайламаларын монтажлау һәм техник файҙаланыу, ит һәм ит ризыҡтары технологияһы, һөт һәм һөт ризыҡтары технологияһы, әсетеү производстволары технологияһы һәм шарап эшләү, биналар һәм ҡоролмалар төҙөү һәм файҙаланыу, иҡт. һәм бухгалтер иҫәбе һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Китапханаһы, музейы, уҡыу оҫтаханаһы, тиры, 2 спорт, тренажёр һәм тамаша залдары, саңғы базаһы, 2 ятағы бар. 12 меңгә яҡын белгес әҙерләнгән (2013), улар араһында Р.С.Исламов, Т.Л.Каткова. М.м.‑т.т. БДАУ, Мәскәү технологиялар һәм идара итеү университетының Мәләүез ҡ. филиалы, Ырымбур ун‑ты м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Әҙәб.: Земля мелеузовская: былое, будни, будущее /сост. З.Ф.Рафиков. Уфа, 2000. 

Х.Р.Ҡунаҡҡолов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке