МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ, дөйөм белем биреү системаһының балаларҙы тыуғандан алып мәктәпкә барғансы тәрбиәләү һәм уҡытыуҙы үҙ эсенә алған өлөшө. М.б.б. бурыстары: балаларҙы, шәхес итеп ҡарап, уларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау, интеллектуаль һәм физик үҫешен тәьмин итеү, бала үҫешендә тайпылыштарҙы төҙәтеү, балаларҙы дөйөм кешелек ҡиммәттәренә ылыҡтырыу, баланың һәр яҡлап үҫешен тәьмин итеү өсөн ғаилә м‑н хеҙмәт‑тәшлек итеү. Хәҙерге М.б.б. проблемалары дөйөм һәм мәктәпкәсә педагогика фәнендә өйрәнелә. Рәсәйҙә М.б.б. мәсьәләләре халыҡ педагогикаһында ҡаралған һәм, нигеҙҙә, ғаиләлә тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға ҡайтып ҡалған. Революциянан (1917) һуң мәктәпкәсә тәрбиә биреүгә арналған съездарҙа (1919, 1921, 1924, 1928) М.б.б. марксистик концепцияһы эшләнә. 80‑се йй. аҙ. тиклем М.б.б. иғтибар үҙәгендә бала шәхесен формалаштырыу, уртаҡ эшмәкәрлектә бала м‑н мөнәсәбәттәр ҡороу, коллективизмды, патриотизмды үҫтереү мәсьәләләре була. Мәктәпкәсә учреждениеларҙа һәм ғаиләлә мәктәпкәсә йәштәге балаларға хеҙмәт һәм эстетик тәрбиә биреү, дингә ҡаршы пропаганда (ҡара: Атеизм) һ.б. проблемаларға ҙур урын бирелә. 90‑сы йй. башынан М.б.б. гуманизм принциптарына ҡоролған һәм мәктәпкәсә йәштәге балалыҡ ҡиммәттәренә йүнәлтелгән яңы концепциялары эшләнә. Башҡортостанда рев-цияға тиклемге осорҙа мәктәпкәсә тәрбиә башлыса ғаиләлә бирелә (ҡара: Этнопедагогика). 1917 й. Өфө губерна халыҡ мәғарифы бүлегендә мәктәпкәсә бүлек асыла, 1920 й. ул ярҙамсы бүлектәре (мәктәпкәсә учреждениелар һәм ғилми-методик) булған мәктәпкәсә тәрбиә биреү бүлеге итеп үҙгәртелә. 1‑се Бөтә башҡ. халыҡ мәғарифы эшмәкәрҙәре съезында (1919 й. 25 дек.; ҡара: Уҡытыусылар съездары) тәүге тапҡыр мәктәпкәсә учреждениелар ойоштороу мәсьәләһе ҡарала; ш. уҡ балалар учреждениелары өсөн пед. хеҙм‑рҙәр әҙерләү, уларҙы урыҫ телендәге һәм балаларҙың туған телендәге методик әсбаптар м‑н тәьмин итеү т‑да ҡарар ҡабул ителә. Балалар учреждениелары өсөн пед. кадрҙар әҙерләү сифатын яҡшыртыу өсөн 1929 й. Өфөлә Мәктәпкәсә хеҙм‑рҙәр ассоциацияһы бюроһы асыла, 1930 й. 1‑се Бөтә башҡ. мәктәпкәсә хеҙм‑рҙәр конференцияһы үткәрелә. 1932 й. Өфөлә Педагогика институты эргәһендә мәк‑ тәпкәсә программа-методик секцияһы ойошторола, ул башҡорт, урыҫ һәм татар телдәрендәге ғилми-методик әҙәбиәтте тәржемә итеү һәм баҫтырып сығарыу м‑н шөғөлләнә. 30‑сы йй. пед. кадрҙар әҙерләү 6 пед. училищеһында, ш. иҫ. Бәләбәй пед. уч‑щеһында (ҡара: Бәләбәй педагогия колледжы), Бөрө татар педагогия училищеһында, Краснокама мари педагогия училищеһында, ойошторола. Республикала М.б.б. теоретик проблемаларын өйрәнеү 50‑се йй. башлана һәм БАССР‑ҙа мәктәпкәсә йәмәғәт тәрбиә системаһын өйрәнеүгә бәйле (М.Н.Фәхретдинова) була. Хәҙерге тикшеренеүҙәр мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары педагогтарын шәхес булараҡ һәм һөнәри әҙерләү, полиэтник мөхиттә М.б.б. йөкмәткеһен яңыртыу, мәктәпкәсә йәштәге балаларға башҡорт биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөһөндә эстетик тәрбиә биреү, өлкәндәр һәм ба‑ лаларҙың аралашыу психологияһы, мәктәпкәсә йәштәге балаларға патриотик тәрбиә биреү, балалар м‑н эшләгән психологтарҙың һөнәри эшмәкәрлеге, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың интеллектуаль үҫеше проблемаларына арналған. БР‑ҙа пед. кадрҙар БДПУ‑ла, БДУ‑ның Бөрө һәм Стәрлетамаҡ филиалдарында, Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһында, Сибай институтында, Белорет педагогия колледжында, Күмертау педагогия колледжында, Мәсәғүт педагогия колледжында, Нефтекама педагогия колледжында, Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында, Сибай педагогия колледжында, Стәрлетамаҡ киң профилле һөнәр биреү колледжында, Туймазы педагогия колледжында, Өфө киң профилле һөнәр биреү колледжында әҙерләнә. Республиканың пед. колледждары һәм юғары уҡыу йорттары мәктәпкәсә учреждениелар педагогтарын әҙерләүҙең берҙәм программаһы б‑са эшләй. Мәктәпкәсә учреждениелар педагогтарын яңынан әҙерләү һәм уларға өҫтәмә һөнәри белем биреү Мәғарифты үҫтереү институтының мәктәпкәсә һәм мәктәп алдынан белем биреү каф. алып барыла.

Әҙәб.: Мәктәпкәсә балалар учреждениелары мәҡ. ҡарағыҙ. 

Ә.Ғ.Әбсәләмова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке